Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Октября 2025, 11:37

Улар беҙҙең йөрәктә

Ҡаланың медицина колледжы алдындағы майҙансыҡта махсус хәрби операцияла барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған сығарылыш уҡыусылары - Рим Вәлиуллин, Даян Динисламов, Рифҡәт Дәүләтбаевҡа мемориал асылды.

Улар беҙҙең йөрәктәУлар беҙҙең йөрәктә
Улар беҙҙең йөрәктә

Тантаналы митингта муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы, Белорет медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгес Ильмир Фәтҡуллин, медицина колледжы директоры Азат Хамматов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби бурсын үтәгәндә һәләк булғандарҙың туғандары, яҡындары ҡатнашты.

- Геройҙар булып тыумайҙар, геройҙар булып үҫәләр. Беҙҙең көслө рухлы, яуаплы, ҡыйыу, һуңғы һулышына тиклем үҙ халҡына һәм Ватанына тоғро ҡалған яҡташтарыбыҙ, беҙҙең хәтерҙә үлемһеҙ булып ҡалған геройҙар булып китте. Улар араһында Белорет медицина колледжын тамамлаусылар ҙа бар: Рим Булат улы 1996 йылдан 1999 йылға тиклем ҡала медицина коллеждында белем ала. Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Батырлыҡ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).

Даян Ғәли улы 1991-1993 йылдарҙа медицина колледжында уҡый. Ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугир, махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. “Авдеевканы алған өсөн” ордены һәм миҙалы, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, генерал М. Шайморатов, Батырлыҡ ордены (үлгәндән һуң) менән бүләкләнгән.

Рифҡәт Ғәфиәт улы 2008-2012 йылдарҙа медицина колледжы студенты була. Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугирға  үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены тапшырылған.

Тормошобоҙ нисек кенә үҙгәрмәһен, Белорет медицина колледжы үҙенең геройҙарын хәтерләр. Һәр студент, һәр педагог, колледжға килгән һәр кеше бында геройҙар уҡығанын, беҙҙең ҡалала һәм районда уларҙың ата-әсәләре, туғандары йәшәгәнен беләсәк. Геройҙарыбыҙ тураһында хәтер һәр беребеҙҙең йөрәгендә мәңге йәшәр, тип ышанабыҙ - тине алып барыусылар һәм мемориалды асыу хоҡуғы Зөлфиә Басир ҡыҙына, Азат Ғәббәс улына, Рим Вәлиуллиндың хәхәл ефете Гүзәл Наил ҡыҙына, Даян Динисламовтың улы Данилға, Рифҡәт Дәүләтбаевтың атаһы Ғәфиәт Булат улына бирелде.

Унан һуң Зөлфиә Ғәлийәноваға телмәр тотто. Ул беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ тураһындағы хәтер мәңге һаҡланыр, был мемориалдың башҡаларға Тыуған еребеҙ барлығын һәм уны һаҡлау, яҡлау һәр кемдең бурысы икәнлеген иҫкә төшөрөп торор, тине.

- Теүәл бер йыл элек инициатив төркөм беҙҙең сығарылыш уҡыусылары - махсус хәрби операция геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы тәҡдим менән сыҡты. Был эшкә колледж педагогтары, хеҙмәткәрҙәр, студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре, битараф булмаған кешеләр дәррәү ҡушылды. Эште атҡарып сығырға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт белдерәм, - тине Азат Хамматов. Унан һуң мемориалды булдырыуҙа булышлыҡ иткән Николай Аверьяновҡа, Андрей  Баженовҡа, Сергей Зоновҡа, Шамил  Ишбирҙинға, Василий Кваснинға, Сергей Киселевҡа, Данил Харитоновҡа, Юрий Швейкинға, Әхәт Нәбиуллинға, Илфат Йыһануровҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.      

Яугирҙарҙы иҫләп бер минут тынлыҡ иғлан ителеп, мемориалға сәскәләр һалынғандан һуң, һүҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға, Даян Динисламовтың  тормош иптәше Гөлфиә Шакир ҡыҙына, Рим Вәлиуллиндың туғаны Нәфисә Заһретдиноваға, Рифҡәт Дәүләтбаевтың атаһы Ғәфиәт Булат улына бирелде. Улар яҡындары тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү эшендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте, мемориалдың ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ символы булып тороуын һәм барыһына ла имен күк йөҙө теләне.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас