"Север" ғәскәрҙәре группировкаһы подразделениеһының штурмлаусылар полкы пулеметсыһы, "Брюс" позывнойлы кесе сержант махсус хәрби операцияла хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен ысын, ышаныслы Ватан һаҡсыһы итеп күрһәтеп, иптәштәре һәм командирҙары хөрмәтен яулай.
Кирилл Ғибәҙәтов Новобельский ауылында тыуған. Сермән мәктәбен тамамлағас, Өфөнөң машиналар эшләү колледжында белем ала. Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған Кирилл махсус уҡыу йорто дипломын ҡулына алғандан һуң, хәрби хеҙмәткә алынғансы, аҡса эшләп алыу теләген әсәһе Гөлнур Фәрит ҡыҙына әйтә. Үҫмер йәшенән эшләргә яратҡанлыҡтан, туғандарына һәр ваҡыт ярҙам иткәнлектән, әсәйҙә был юлы ла шик тыумай. Тик "Брюс"тың ғына ниәттәре икенсерәк булып сыға. 2024 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң ғына яҡындарына тыуған иле мәнфәғәтен яҡлау өсөн махсус хәрби операцияға юлланасағын әйтә.
Алғы һыҙыҡта ауыр яралана. Бер нисә көн үлем менән көрәшә. Дошман дрондары аҫтында, сыҙап булмаҫлыҡ һыҙланыуҙарға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙекеләргә сыға. Ялан, Белгород, Воронеж госпиталдәрендә дауаланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта.
- Көтөп алған ғына тәүге балам. Атаһы менән ғаилә ҡороп оҙаҡ йәшәргә яҙманы. Шулай ҙа, балама үҙем, әсәй-атайым һөйөүе етте, ярҙамдарынан да айырманылар. Ауылда башланғыс белемде алды. Мәктәп ябылыу сәбәпле, Сермән мәктәбенә башта йөрөп, һуңынан мәктәп интернатында ятып уҡыны. Уҡырға яратты, белемгә ынтылды. Баҫалҡы булһа ла, асыҡ, тырыш, изге күңелле булып үҫте. Маҡтаныу, үҙен күрһәтергә тырышыу кеүек төшөнсәләр бөтөнләй ят ине. Уҡытыусылары ла маҡтап телгә ала, хәлен, нисек хеҙмәт итеүен белешеп торалар, - ти Гөлнур Фәрит ҡыҙы улының яҡшы сифаттарын һанап.
Эйе, маҡтанырға яратмағанлығы күренеп тора. Йәш, әммә батыр яугирҙан наградалары тураһында һорағанда ла, уларҙы һанап тормауҙы хуп күрҙе. Улы сығып киткәс кенә наградаларын, тәненән алынған ярсыҡтарын күрһәтеп, берсә ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, берсә сәләмәтлегенә зыян килтергән тимер остоҡтарын алып ырғытырҙай булып торҙо әсәй. Хеҙмәттә айырым ҡаҙаныштарҙы һәм батырлыҡтарҙы таныуҙы күҙ уңында тотҡан, махсус хәрби операцияла ғүмер өсөн хәүеф янағанда фиҙаҡәрлек, ҡаһарманлыҡ һәм башҡа ҡаҙаныштар, хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәүгә булышлыҡ иткән оҫта һәм тәүәккәл ғәмәлдәр, шулай уҡ грамоталы командалыҡ итеү өсөн бирелә ул "Хәрби батырлыҡтары өсөн" дәүләт миҙалы.
- Тәүге яраланыуы бөгөнгөләй иҫемдә. Мөмкинлек булған һайын бәйләнешкә сығырға тырышты. Әсәй, мин иҫән-һау, барыһы ла яҡшы, тигән смс-хәбәрҙәре күңелде тынысландыра ине. Ә был юлы элемтәгә сыҡманы. Улымдың хәлен белмәү йөрәкте телгеләне генә. Бер нисә көн ут эсендә йәшәнек. Кирилл яраланған көндө яратҡан бесәйе лә һыуға төшкәндәй юҡ булды. Улымдан да хәбәр юҡ, хайуан да күренмәй. Бер нисә көн шулай билдәһеҙлектә йәшәгәндән һуң, ниһайәт, улым бәйләнешкә сыҡты. Шул көндө бесәйебеҙ ҙә аҡһап, яраланып ҡайтып инде. Баҡтиһәң, Кирилл да яраланып, госпиталгә эләккән икән. Бесәйенең иҫән, әммә ләкин яралы булыуын күреп, барыһын да аңланым. Яратҡан бесәйе лә һиҙгән, күрәһең. Бына бит Хоҙайҙың ҡөҙрәте. Ике ярсығын алдылар, ҡалғаны әле тәнендә, - ти Гөлнур ханым.
"Брюс" дауаланғандан, ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә сафҡа баҫа. Командование ҡарары менән яугир Курск өлкәһенә штурмлау батальонына ебәрелә. Айҙар дауамында Рәсәй һалдаттары дошманды Курск өлкәһенән ҡыуып сығара һәм азат итә.
Пулеметсы һөнәре - ҙур яуаплылыҡ һәм физик көсөргәнеш талап итә. "Брюс" күп тапҡырҙар ҡатмарлы хәлдәрҙә ҡалһа ла, һалҡын ҡанлы булып ҡалыуы, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәүе менән айырылып тора. Уның батырлығы күптәр өсөн өлгө лә.
Тыныс, тәүәккәл, ҡыйыу, һүҙендә тора белгән ауылдашын Новобельский халҡы ла эшһөйәр, яҡшы кеше булараҡ белә. "Барыһы ла яҡшы, борсолмағыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ", - ти ул яҡындарын тынысландырып.
Әле "Север" ғәскәрҙәре группировкаһы подразделениеһы яугирҙары Сумы өлкәһенең бер нисә тораҡ пунктын азат иткән. Ялда булһа ла фронт хәлдәре менән танышып, полкындағы яугирҙар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.
- Һауа торошо ғына беҙҙекеләргә алға барырға мөмкинлек бирһен. Яуҙаштарыма ышанам. Полкта минән дә йәшерәк егеттәр бар әле. Башҡортостан, Пенза, Ульяновск өлкәһенән дә егеттәр күп, - ти яугир.
Икенсе тапҡыр дошман "Мәскәй әбейе"нән яралана. Рюкзагы ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Бөгөн "Брюс" ҡыҫҡа ваҡытлы ялда, яҡындары, туғандары янында. Өләсәһенең ғүмер байрамына тура килтереп, үҙен һағынып көткән туғандары янына, бер мәлгә булһа ла һуғыш һөрөмөн онотоп, ауыр ҡоралын ситкә ҡуйып торорға мөмкинлек биргән тыуған йортона ҡайтып, барыһына ла көтөлмәгән бүләк эшләне. Ял тынысланырға, һуғыш тураһындағы уйҙарҙан бер аҙ арынырға, аралашыуҙар, туғандар хәстәрен тойорға мөмкинлек бирә. Көс туплау, яҡындары ярҙамын тойоу уға мөһим. Бындай мәлдәр бурыстарҙы үтәү өсөн ышаныс һәм өмөт бирә. Әммә ғаилә, яҡындарына ышаныу һәм яратҡан кешеләрен яҡлау теләге уға юлын дауам итергә этәргес көс бирә.
"Брюс" - яңы быуын вәкиле. Уның өсөн хөрмәт, бурыс һәм Тыуған илгә булған һөйөү беренсе урында. Уның тарихы ысын батырҙарҙың беҙҙең арала йәшәүен иҫкәртә һәм рухландыра.
Әйткәндәй, был йәһәттән уға әсәһе өлгө булып тора. Гөлнур Икрамованы ауылдаштары ирекмән булараҡ белә.
- Күп кенә ауылдаштарыбыҙ махсус хәрби операцияла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә яугирыбыҙҙы юғалттыҡ та инде. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар. Уларҙың яҡындарына төрлө яҡлап ярҙам кәрәк. Документтар юллашам, ауылдаш яугирҙарҙы эҙләшергә ярҙамлашам. Бер нисә 200-сө йөк тә ауылға ҡайтты. Хәрби комиссариат менән килешеп эшләйбеҙ. Кемгәлер кәрәкле булыуыңды тойоу, нисектер ярҙам итеп ебәрә алыу күңелде йыуата. Улым бәйләнешкә сыҡмаһа, бер нәмә эшләмәй ултырһам, күптән хыялыйға әйләнгән булыр инем. Изгелек эшләп, үҙем дә йыуаныс табам. Башҡаса мөмкин түгел, - ти Гөлнур Фәрит ҡыҙы.
...Ҡыҫҡа ваҡытлы ял тамамланыуға табан бара. Бер нисә көндән йәнә юлға. Ике йыл дауамында бергә йөрөгән пулеметын ҡулына алып, тағы яуға сыға. Һәр ваҡыт беренсе, алғы сафта туғандарын, Ватаныбыҙҙы "Брюс" һаҡлай. Имен хеҙмәт һиңә, батыр яугир!
Эльвира Хәмзина.
Автор фотоһы.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыу өсөн Белореттағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Б. Хмельницкий урамы, 3а. +7 (34792) 3-41-02, 122 йәки (347) 218-19-19 һандарына, шулай уҡ Күп функциялы үҙәктең "Минең документтарым" офистарына шылтыратып мәғлүмәт алырға мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31.