

Үҙәк Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2023 йылдың 20 февралендәге Бойороғона ярашлы барлыҡҡа килде. Тәүҙә бындай үҙәктәр Өфө, Сибай, Нефтекама ҡалаларында асылһа, бөгөн республикала уларҙың һаны 30-ҙан ашыу. Ярҙам үҙәге "бер тәҙрә" принцибы буйынса эшләйәсәк, йәғни бында психологик, юридик, социаль-көнкүреш, эшкә урынлашыу һәм белем алыу йәһәтенән ярҙам алырға, медицина реабилитацияһы үтергә мөмкин буласаҡ.
Геройҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тулы ҡанлы, тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итеү маҡсатын ҡуйған үҙәкте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькова, Башҡортостандың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе, республика Башлығы кәңәшсеһе Оскар Ситдиҡов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, район-ара прокуроры Рәмил Яҡупов, махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙары, уларҙың ғаилә ағзалары, йәш шайморатовсылар, юнармия, 20-се мәктәп кадеттары ҡатнашты.
Район етәксеһе Азат Салауат улы сараны тантаналы асып, бер йыл элек махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәген булдырыу бурысы ҡуйылғанлығын, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәктәрен билдәләп китте.
- Булған мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн үҙ йортобоҙҙо булдырыу өсөн бина һайлап, ремонт эштәре башланыҡ. Бер йыл элек ҡуйылған бурыстар, улар, нигеҙҙә, дөрөҫ һәм махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Радий Фәрит улы быйыл йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә бөтә муниципалитеттарға шундай бурыс ҡуйҙы һәм уны үтәнек. Үҙәк яугирҙарыбыҙ, уларҙың яҡындары йыйыла торған урын буласаҡ. Бында музей ҙа эшләйәсәк. Махсус хәрби операцияға киткәндәрҙең, тылда ярҙам иткәндәрҙең бөтә мәғлүмәттәрен йыясаҡбыҙ. Беҙгә тарихты, белореттарҙың тылда башҡарған хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү бурысы ҡуйылған. Үҙәк оҙаҡ йылдар эшләйәсәк һәм бынан беҙҙең бөтә һалдаттарға һәм барыбыҙға ла ҙур файҙа буласаҡ, - тине Азат Салауат улы.
Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькова йыйылыусыларҙы сәләмләп, үҙәктең асылыуы Иҙел башы өсөн мөһим ваҡиға булыуын әйтеп китте.
- Бындай үҙәктәргә кемдер ярҙам, кәңәш һорап, хатта аралашыу өсөн генә мөрәжәғәт итә, һәр саҡ яуап таба, һәр саҡ ярҙам ала. Әммә шәхсән, Рәсәй Федерацияһы Парламентында Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусыларға, ғаилә ағзаларына ярҙам итеү - Дәүләт Думаһының өҫтөнлөклө эше, тип ышандыра алам. Был илебеҙ Президенты ҡуйған бурыс. Махсус хәрби операция башланғандан алып 164 закон ҡабул иттек, улар тәү сиратта ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Был бик мөһим. Барыһы ла Еңеү өсөн эшләнелә һәм уның килеренә шикләнмәйбеҙ. Һәм, әлбиттә, һәләк булған геройҙарыбыҙға оло ихтирам һәм мәңгелек хәтер, уларҙың ата-әсәләренә рәхмәт. Беҙҙең миссия һәм бурыс - йәш быуынға ошо тарихты еткереү һәм тапшырыу. Үҙәкте Бөйөк Еңеү байрамы алдынан асабыҙ. Барыһына ла һаулыҡ, көс, ныҡлы рух теләйем. Башҡортостанда данлы геройҙарыбыҙ, Ватандың данлы улдары бар. Шуға күрә бөгөн Белоретта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн тағы ла бер ярҙам итеү нөктәһе булдырылыуына шатмын, - тине Ирина Александровна.
Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Оскар Эхтибар улы белореттарҙың ҡыуанысын уртаҡлашып:
- Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләре, балалары килеп, яуаптар алыу, борсоған һорауын биреү урындары булдырыу бурысы ҡуйған ине. Әммә иң мөһиме, үҙәк ветерандарҙы йәлеп итеү пункты булырға тейеш. Барыһы ла тәжрибә уртаҡлашыр өсөн, сөнки өйгә ҡайтыу, һуғышҡа китеүгә ҡарағанда, һәр ваҡыт ауырыраҡ. Үҙгәртеп ҡороу ҡатмарлыраҡ. Һәм был йәһәттән кем үҙенең иптәштәренә ярҙам итә ала? Әлбиттә, һуғышты ла үткән һәм тыныс тормошҡа өйрәнеп өлгөргән яугир иптәше. Һәм бындай осрашыуҙар, бындай берләшеүҙәр генә яугирҙарҙың өйҙәренә ҡайтыу процесын тиҙләтергә ярҙам итә ала.
Был үҙәк йәш быуын өсөн дә йәлеп итеү урыны булһын ине. Быуындар күсәгилешлеге һәр ваҡыт дауам итһен. Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе алдынан үҙәк асылыуы ҡыуаныслы. Еңеү һәр ваҡыт Рәсәй халҡы яғында булды. Афғанстанда ла, чечен һуғышында ла, башҡа локаль конфликттарҙа ла еңдек. Һәм махсус хәрби операцияла ла еңеү беҙҙә буласаҡ. Ә ни өсөн халҡыбыҙ һәр саҡ еңеү яуланы?! Бына ошо уңайҙан Юғары баш командующийыбыҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин бик йылы һүҙҙәр әйтте. Ул: "Мәскәү, Сталинград янында фашист ни өсөн һыуыҡтан ҡурҡҡан һәм өшөгәнен беләһегеҙме? Сөнки уның йылы ойоҡ бәйләп, фронтҡа ебәргән өләсәһе йәки ҡатыны булмаған. Бына шуның өсөн дә халҡыбыҙ һәр ваҡыт еңеү яулай, фронт һәм тыл берҙәм. Берҙәмлегебеҙ - ул беҙҙең көсөбөҙ. Шуның арҡаһында һәр ваҡыт еңәбеҙ һәм еңәсәкбеҙ. Бындай үҙәктәр кәрәк, сөнки һуғыш ваҡытында ла, һуғыштан һуң да беҙ берләшә, тәжрибә уртаҡлаша, иҫкә төшөрә, пландар төҙөй алабыҙ, - тине Башҡортостандың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе.
Ҡунаҡтар ал таҫманы тантаналы киҫкәндән һуң махсус хәрби операцияға бағышланған күргәҙмә менән танышты. Ветерандар ассоциацияһы әҙерләгән стендтарҙа яугирҙарҙың обмундированиеһын, ҡоралын, Рәсәй һалдаттары бәреп төшөргән дрондарҙы, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы күрергә мөмкин булһа, Красный Луч мәктәбе менән хеҙмәттәшлек иткән ҡаланың 21-се мәктәбе “Луганск характеры” исемле мөйөш булдырған. Мәктәп директоры Владимир Кривоус шефлыҡҡа алынған мәктәп араһындағы дуҫлыҡ, ярҙам тураһында бәйән итте. Ҡаланың Изге Николай сиркәүе ҡарамағындағы "Изге ҡулдар" ирекмәндәр йәмғиәте ағзалары махсус хәрби операция башланғандан алып фронтҡа 70 меңгә яҡын бәйләнгән, тегелгән, эшләнгән, үрелгән кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар оҙатҡан. Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькова ирекмәндәр эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Белореттар яҡташтары Максим Рыбаков һәм Владислав Бочаров менән лайыҡлы ғорурлана ала. Рәсәй Геройҙары тураһында мәғлүмәттәр ҙә бер ерҙә туп-
ланған, шәхси әйберҙәре ҡуйылған. Уларҙың атай-әсәйҙәре лә сарала ҡатнашты.
Үҙәк Ватанды һаҡлаусылар һәм уларҙың яҡындары өсөн көс, хәстәрлек һәм ғәҙеллек урыны булһын!
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.