

- Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт күпме ваҡытҡа төҙөлә? Кандидаттарға ниндәй талаптар ҡуйыла?
- Хәрби контракт кәмендә бер йылға төҙөлә. Һуңынан иһә уны йә дауам итергә, йә өҙөргә мөмкин. Бөгөн Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафын, ғәскәр төрөнә ҡарап, сәләмәтлеге буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы, белем кимәле IX кластан кәм булмаған, ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән 18 йәштән 64 йәшкә тиклемге граждандар тулыландыра ала (ваҡытлы хеҙмәт тәжрибәһе мотлаҡ түгел).
- Контракт төҙөүселәргә ниндәй түләүҙәр ҡаралған?
- Контракт хеҙмәтен һайлаусыларға Башҡортостан Республикаһынан - 1 миллион һум, Рәсәй Оборона министрлығынан - 400 мең һум, махсус хәрби операцияла ҡатнашмаған частарҙа хеҙмәт итергә теләүселәргә (мәҫәлән, Трёхгорныйҙа, Яңы Ерҙә) 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр гарантиялана. Бынан тыш, хәрбиҙәргә тотороҡло хеҙмәт хаҡы, 55 төр социаль ярҙам һәм башҡа өҫтөнлөктәр ҡаралған.
- Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең үҙенсәлеге нимәлә?
- Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге Рәсәй гражданы булған ир-егеттәр хеҙмәт итә ала; FPV-дрон операторҙарына йәш сикләүе - 35. Контракт билдәле бер ваҡытҡа төҙөлә (бер йылдан алып). Һуңынан уны яңыртырға йә хәрби хеҙмәттән китергә мөмкин. Контрактта хәрби үҙенең ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеүгә бәйле булмаған башҡа хеҙмәт йә ғәскәр төрөнә күсерелмәй тигән пункт бар. Хәрбиҙәргә тәғәйен бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған. Бынан тыш, юғары уҡыу йортонда белем алған студенттар контракт төҙөргә, академик отпуск алырға, хеҙмәттән һуң бюджетҡа (урындар булһа) тергеҙелергә хоҡуҡлы. Һөҙөмтәле эш өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, дошман техникаһын юҡ итеүселәргә өҫтәмә рәүештә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡса түләнә.
Һайлап алыу этабын уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән кандидаттар, махсуслаштырылған уҡыу үҙәктәрендә ике ай уҡып, тейешле хәрби һөнәр бирелеүе тураһында таныҡлыҡ ала. Йәнә бер мөһим өҫтөнлөк - хәүефһеҙлек: БПЛА операторҙары алғы һыҙыҡтан йыраҡ хеҙмәт итә.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашмаған частар тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле. Бында кандидаттарға ниндәй талаптар ҡуйыла?
- Поляр түңәрәгенең аръяғында урынлашҡан Яңы Ер архипелагы - бөгөнгө көндә иң льготалы хәрби частарҙың береһе. Бындағы хәрбиҙәр, ысынлап та, һуғышта ҡатнашмай. Әйткәндәй, Алыҫ Төньяҡта хеҙмәт итеүҙең бер йылы ике йыл тип иҫәпләнә. Контракт буйынса хеҙмәткә һайлап алыуҙың төп критерийҙарынан башҡа, кандидатҡа полиграф үтергә, шулай уҡ ныҡлы сәләмәтлеккә эйә булырға кәрәк. Яңы Ерҙән тыш, контракт төҙөп, Силәбе өлкәһенең Трехгорный ябыҡ административ-территориаль берәмегендә урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт итергә мөмкин. Улар шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашмай.
- Мөнәсәбәт буйынса хеҙмәт (служба по Отношению) итергә теләүселәр бармы?
- Бар, әлбиттә. Беҙҙең егеттәрҙең күбеһе Тоцкиҙағы (Ырымбур өлкәһе) 27-се мотоуҡсылар, Сыбаркүлдә урынлашҡан 90-сы танк дивизияларында, Рощинскийҙағы (Һамар өлкәһе) 30-сы мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә.
- “БАРС - Башҡортостан” йәғни илдең Хәрби армия резервына ҡушылырға теләүселәргә ниндәй мәғлүмәт еткерерһегеҙ?
- “БАРС - Башҡортостан” - республикалағы мөһим объекттарҙы һаҡлау өсөн ойошторолған подразделение. Хәрбиҙәр газ һәм нефть эшкәртеү предприятиеларын, энергетика һәм оборона сәнәғәте объекттарын, шулай уҡ мәктәп, балалар баҡсаларын, торлаҡ райондарҙы пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменән һаҡлай.
“БАРС”ҡа әрме хеҙмәтен үткән һау-сәләмәт ирҙәр талап ителә. Контракт өс йәки биш йылға төҙөлә. Йәш сикләүҙәре категориялар буйынса айырыла: прапорщиктар, сержанттар һәм һалдаттар өсөн - 52 йәшкә тиклем; кесе офицерҙар өсөн - 57 йәшкә тиклем; өлкән офицерҙар өсөн - 62 йәшкә тиклем.
- Илдең Хәрби армия резервында хеҙмәт нисек ойошторолған? Ниндәй гарантиялар һәм түләүҙәр бар?
- Граждандарҙы икешәр айлыҡ циклдар менән ярты йылға тиклем хеҙмәткә йәлеп итергә мөмкин (ике ай сборҙа, ике ай ғәҙәти тормошта). Контракт төҙөгәндән һуң Тоцкий полигонында ике аҙна әҙерлек үткән хәрбиҙәрҙе ике айға тәғәйен объектты һаҡларға беркетәләр.
Сборҙар мәлендә резервистың эш урыны һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана. Бынан тыш, звание һәм вазифаға ҡарап, Оборона министрлығынан 30-60 мең һум күләмдә оклад, тәүлегенә ике мең һум төбәк түләүе (айына 60 мең һум самаһы) ҡаралған. Задание үтәгәндә яраланған йә имгәнгән осраҡта, хәрбиҙәрҙе, уларҙың ғаилә ағзаларын республика өҫтәмә ярҙам саралары (түләүҙәр һәм компенсациялар, социаль ярҙам) менән тәьмин итәсәк.
- “БАРС”та хеҙмәт иткәндәрҙе махсус хәрби операция зонаһына ебәреүҙәре мөмкинме?
- Юҡ. Контрактта билдәләнгәнсә, резервистар хеҙмәт бурысын тик республика территорияһында ғына атҡара, улар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй.
Әйткәндәй, ҡайһы бер яҡташтарыбыҙ пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың һөжүмен кире ҡағып, төбәк етәкселегенең, Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Рәхмәт хаттары менән баһаланырға өлгөрҙө.
- 18 йәше тулып, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар контракт төҙөй аламы?
- Әгәр йәш кеше контракт буйынса хеҙмәт итергә теләһә (шул иҫәптән пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә), ул шунда уҡ контракт төҙөй ала. Гарантияланғанса, бер йылдан һалдат хәрби билетлы булып, өйөнә ҡайтасаҡ.
- Ҡатын-ҡыҙҙар араһында контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр бармы?
- Эйе, һуңғы ваҡытта контракт төҙөргә теләгән гүзәл заттар байтаҡ ҡына. Төп мотивация - балаларының киләсәге, уларҙың юғары уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлеге. Әммә шуныһы бар: ҡатын-ҡыҙҙарға урын һәм вакансия табыуы ауыр. Шулай ҙа беҙҙән илдең Хәрби армия резервында хеҙмәт иткәндәр юҡ түгел.
- Төплө яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Айнур Хәкимйән улы!