Куртка һәм салбарҙар араһында, тауарҙар аҫтында полицейскийҙар тартыуға тәғәйенләнмәгән табак продукцияһы менән 168 пакет таба. Табыштың ауырлығы 3,5 кг тәшкил итә. Тартып алынған продукция тикшереүгә ебәрелә. Сауҙа нөктәһе хужаһы - 42 йәшлек икенсе ил гражданы һүҙҙәренә ҡарағанда, ул насвайҙы икенсе ҡалала күмәртәләп һатып алған, ә бында клиенттарына 1 пакетты 25 һумға һатҡан. Был осраҡ буйынса Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексы буйынса протокол төҙөлдө.