Ана тап шундайҙарҙы - комсомол эшендә актив ҡайнаған рухташтарҙы ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы үҙенә йыйҙы ла инде. Улар йәшлек, комсомол тормошо тураһындағы яҡты хәтирәләргә бирелде, башҡарған эштәре тураһында һөйләне. Кисә бик йылы мѳхиттә уҙҙы. Музей хеҙмәткәрҙәре уларҙың һәр береһенә Ленин профиле менән мандаттар тапшырҙы, ә танылған йырсы Әмир Әхмәтйәнов комсомолға арналған йырҙар бүләк итте. ВЛКСМ-дың данлы тарихы һәм үткән юлы менән музей хеҙмәткәрҙәре Фәнисә Шәрәфетдинова, Лүзә Ғәниева, Гөлназ Әмирова мауыҡтырғыс һәм фәһемле итеп һөйләне. Ә комсомолдың элекке ҡала һәм район комитеттары хеҙмәткәрҙәре, комсомол ойошмаһы секретарҙары, комбинат цехтары, колхоз һәм леспромхоз комсоргтары дуҫлыҡтарының Тыуған ил һәм дөйөм эш өсөн хеҙмәттә һыналғанлығы тураһында бәйән итте.
Дуҫлыҡтың Тыуған ил өсөн хеҙмәттә яралыуын Өфөлә Конгресс-холда уҙған ВЛКСМ-дың 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта Белорет делегацияһы ла иҫбатланы. Бына улар - комсомолдың ҡала һәм район комитеттары хеҙмәткәрҙәре Г.А. Мохтаров, К.Й. Хөбөтдинов, В.С. Жаринов, Ф.З. Аҡкужина һәм башҡалар. Комсомолдарҙың ҡала һәм завод тормошонда социалистик ярыштарҙы ойоштороуҙа, йәштәрҙең рухи-мәҙәни, сәйәси-иҡтисади тормошонда ниндәй ҙур роль уйнауын А.Р. Вәлитов, Р.Н. Әхмәҙуллина, Р.Ә. Гәрәева иҫкә алды.
Шул уҡ ваҡытта элекке комсомол хеҙмәткәрҙәре араһында һаҡланып ҡалған ҙур потенциалдың хәҙерге йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ҡулланылмауына үкенес тойғолары ла сағылды.
Эйе, комсомол хеҙмәткәрҙәренең һәр яҡлап та бай тәжрибәһен хәҙерге йәш быуынды тәрбиәләүгә йәлеп итеү һәм йәмғиәтебеҙ тормошонда актив ҡайнап йәшәүҙәрен тәьмин итеү ике яҡ өсөн дә файҙаға ғына булыр ине.
Ошондай фәһемле һәм файҙалы, кәрәкле һәм мауыҡтырғыс сараны ойошторған ҡаланың тарихикрайҙы өйрәнеү музейы директоры Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдиноваға һәм уның хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар.