Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ноябрь 2018, 17:16

Мутлашыусылар йоҡламай

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә мутлашыусыларҙан зыян күргән бер түгел, ике ҡатын мѳрәжәғәт итә.

53 йәшлек ҡатын үҙенә ҡуртымға торлаҡ кәрәк булыуы хаҡында һѳйләй. Ул был хаҡта иғландар эҙләй һәм уңайлы вариант тапҡас, таныш булмаған кеше менән телефон аша бәйләнешкә инеп, телдән генә килешеү буйынса, кәрәкле иҫәпкә 4 мең һум аҡса күсерә. Әммә, аҡсаһын түләүгә ҡарамаҫтан, уға ҡуртымға торлаҡ биреүсе табылмай. Икенсе ҡатындың хәле тағы ла күңелһеҙерәк. Ул, ҡайныһының үтенесе буйынса, социаль селтәрҙә документтар юғалыуы тураһында иғлан биреп, уны табыусыға бүләк вәғәҙәләй. Тиҙҙән уға таныш булмаған кеше шылтыратып, документтарҙы табыуын һәм уны 5 мең һумға ҡайтарып бирергә теләүен белдерә. Шунда уҡ тейешле иҫәпкә әйтелгән сумма күсерелә. Әлбиттә, бѳтѳнләй икенсе ѳлкәлә йәшәгән был кеше документтарҙы ҡайтарып бирмәй. Ике факт буйынса ла тикшереү башланған. Кеҫә телефоны операторҙарына, банк учреждениеларына запростар ебәрелгән. Әлеге ваҡытта енәйәт эшен асыу мәсьәләһе ҡарала. Үкенескә ҡаршы, сит кешеләргә аҡса күсереп, унан ҡолаҡ ҡаҡҡан кешеләр тураһында бер туҡтауһыҙ һѳйләп, яҙып торһалар ҙа, мутлашыусылар ауына эләгеүселәр кәмемәй. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсергәндә айырыуса иғтибарлы булыу кәрәклеген күптәр һаман да аңлап етмәй.

Читайте нас: