Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ноябрь 2018, 17:33

Һынмаҫ рухлылар

Халыҡ-ара инвалидтар көнөн 3 декабрҙә билдәләүҙе 1992 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы иғлан итте. Ул донъя дәүләттәре, халыҡ-ара ойошмалар тарафынан инвалидтарҙың проблемаларына иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ҡабул ителгән.

Бәләкәй Ләйсән әсәһе Зөлфиә менән.
Бәләкәй Ләйсән әсәһе Зөлфиә менән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тормошта еңелдән түгел, уларға һәр бер көн оло һынау, ҡаршылыҡ ҡуя. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, маңлайына яҙылған яҙмышҡа зарланмай, оптимистик рухта йәшәргә ынтылыусылар, үҙенсәлекле бала тәрбиәләүселәр бар.
Сермән ауылында йәшәгән Зөлфиә Сафиуллинаның өсөнсө балаһы Ләйсән ошондай балалар рәтендә. Һигеҙ йәшлек ҡыҙ тыуғандан алып балалар церебраль параличы менән көрәшергә мәжбүр. Улар ике йәшенән алып ҡаланың Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә даими шөғөлләнәләр. Егерме бер көнлөк дауалау курсын үтеү ваҡытында Ләйсән менән психолог, логопед шәхсән рәүештә эшләй, хәрәкәтте үҫтереү залында шөғөлләнәләр, дауалау физкультураһы, массаж эшләйҙәр. Бынан тыш һүрәт төшөрәләр, ағастан төрлө биҙәктәр яһау бүлмәһенә лә йөрөп өлгөрәләр.
- Бындай курсҡа йылына ике тапҡыр эләгергә тырышабыҙ. Үҙәк директоры Елена Владимировна Булавко, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, ашнаҡсылар - барыһы ла беҙгә йылы ҡарашта, матур мөғәмәләлә. Инвалид балаларға хәлдәренән килгән ярҙамды күрһәтәләр, тәмле ашаталар. Реабилитация үҙәгенең эшенән шул тиклем ҡәнәғәтмен, - ти Зөлфиә Раян ҡыҙы.
Социаль педагог Марина Геннадьевна Хлесткина Сафиуллиндар ғаиләһен иң әүҙемдәр рәтенә ҡуя. Һәр сарала ҡатнашырға тырышып тороуҙарын, Ләйсәндең киләсәге өсөн барыһын да эшләргә әҙер булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Үҙәктә үткәрелгән күнекмәләр үҙенсәлекле баланың артабанғы тормошона, социумда үҙен тулы хоҡуҡлы кеше итеп тоя белеүенә йоғонто яһамай ҡалмаҫына ышана белгес.
Читайте нас: