Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Әгәр ҙә һеҙҙә кабель ТВ, IPТВ йәки спутник тарелка икән, бының өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ тик дөйөм йорт, бүлмә антенналары менән файҙаланғандарға ғына ҡағыла. Бының өсөн ике вариант бар:
► әгәр ҙә һеҙҙә DVB-Т2 стандарты һәм MPEG4 форматы тотҡан заманса һанлы телевизор икән, һанлы телевидениеға күсеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Каналдарҙы көйләү генә лә етәсәк;
► әгәр ҙә 2013 йылға тиклем телевизор һатып алғанһығыҙ икән, ул ваҡытта көнкүреш техникаһы магазинында махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Хаҡы мең һумға яҡын. Ҡыҫҡа кәңәш - һатыусылар приставкаларҙың иҫке моделдәрен дә һатып ебәреүҙәре ихтимал. Ул да күрһәтәсәк, әлбиттә. Әммә технологиялар бер урында тормаған осорҙа, иртәгәһе көнөгөҙҙө лә алдан хәстәрләп, яңы моделдәрен алырға тырышығыҙ.
Бер нәмә лә эшләнмәһә, нимә буласаҡ?
Әгәр ҙә иҫке телевизор булып, приставка һатып алмаһағыҙ, июндән үҙҙәренең аналоглы сигналын һүндермәгән каналдарҙы ғына ҡарай аласаҡһығыҙ. Был Башҡортостан юлдаш телеканалы (БСТ), ҡала һәм телевизион каналдар булыуы мөмкин. Башҡа каналдар урынына ҡара экран ғына күрәсәкһегеҙ. Әйткәндәй! Приставка һатып алып, үҙегеҙҙең хоҡуҡлы бушлай 20 каналығыҙҙы ҡарайһығыҙ икән, антенналарығыҙҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Юғиһә, БСТ-ла яратҡан тапшырыуҙарығыҙҙы ҡарай алмаясаҡһығыҙ.
Бөтәһе лә ҡарай аласаҡмы?
Күпселек. Һанлы телевидение инмәгән йәки өлөшләтә генә ингән 1 меңдән ашыу тораҡ пунктта 160 мең кеше йәшәй. Бындай тораҡ пункттарҙың күбеһе Белорет һәм Бөрйән райондарында. Таулы-ташлы райондар ауылдарының ҡайһы берҙәрендә йәшәүселәрҙең ниндәй генә заман техникаһы булмаһын, ул һанлы сигналды тота алмаясаҡ. Халыҡ телевидениеһыҙ тороп ҡалмаһын өсөн, республика властары ярҙам итергә тигән ҡарар сығарҙы.
- Һанлы тапшырыуға күсеү - ыңғай реформа. XXI быуат талабы. Күпселек халыҡ әлеге киңлеккә эләкмәй. Беҙ финанс компенсацияһын тәҡдим итергә һөйләштек, - тине кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Һанлы телевидениеға күсеү буйынса компенсациялар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм түбән килемле эшләмәгән хаҡлы ялдағылар өсөн ҡаралған. Республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова белдереүенсә, ошо маҡсатҡа ҡаҙнала 275 млн. һум ҡаралған. Аҡса спутник антенналарын ҡуйыуға һәм махсус приставкалар һатып алыуға йүнәлтелә. Түләүҙәрҙе, Башҡортостан буйынса, барлыҡ аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр аласаҡ. Спутник тарелкаларҙы һатып алыу һәм ҡуйыу хаҡы, һанлы тапшырыу зонаһынан ситтә торған йорт хужаларына ғына компенсацияланасаҡ. Әлеге көндә тапшырыуҙар ике - һанлы һәм аналоглы форматта бара. Республика халҡының 95%-ы юғары сифатта 20 каналды бушлай ҡарай ала. Шулай ҙа күптәр был реформаны ҡабул итергә әҙер түгел әле. Республика халҡының 80%-ы кабель һәм спутник телевидениеға тоташтырылған. Улар бөгөндән үк бушлай 20 канал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Үҙгәрештәр антенна ҡулланыусыларға ҡағыла. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ТВ-приставка, ә ҡабул итеү мөмкинлеге юҡ икән бюджет иҫәбенә спутник комплект та һатып алынасаҡ. Башҡаларға үҙҙәренә һатып алырға тура киләсәк. Республиканың телевидение зонаһына инмәгән - 691, өлөшләтә генә ингән 475 тораҡ пункты араһында районыбыҙҙың 55 ауылы ла бар. Ауылдарҙа 12009 кеше йәшәй. Шулай уҡ, компенсация алыуға хоҡуҡлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, пенсионерҙар ҙа бар. Районда 667 аҙ тәьмин ителгән ғаилә иҫәпләнә. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов та үткән кәңәшмәлә мохтаждарға ярҙам итергә һәм ТВ-приставкаларҙың, спутник антенналарының һәр ваҡыт сауҙа кәштәләрендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әлеге көндә Инйәр, Әзекәй халҡы бушлай каналдар ҡарау мөмкинлегенә эйә. Күрһәтеү сифаты яҡшы һәм барыһы ла тиерлек халыҡ яратып ҡараған каналдар. Шулай булғас, IP-ТВ, спутник тарелкаларҙа 500-ләп каналдарҙың, ай, йыл һайын түләп, бер нисәүһен генә ҡарағансы, ҡайһы берәүҙәргә өҫтәмә ҡоролма өсөн генә түләп, һуңынан бушлай ҡарау яҡшыраҡ булмаймы?! Әлбиттә, һайлау мөмкинлеге үҙегеҙҙән тора. Быны үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.