Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ғинуар 2019, 14:04

Күңел яраларын уңалтыр табылмаҫ шул сихәт-шифалар...

Заман афәте - эскелек, тамырҙарын тәрәнгәрәк ебәреп, көндән-көн яңы ҡорбандар көҫәй... Шайтан ҡотҡоһона бирелеп, тамам кешелек сифаттарын юғалтҡан, башҡа һыймаҫ ахмаҡлыҡтар ҡылып, эргәтирәләгеләрен зар илатҡан иблес ялсылары иһә көндәнкөн ишәйә төҫлө. Тәүлек әйләнәһенә яңылыҡтар теҙмәһен сыбарлаған ҡот осҡос ваҡиғаларҙың сәбәпсеһе лә тап шул шешә ҡолдары бит. Хәйер, миҫал эҙләп йыраҡ китәһе түгел. 13 ғинуарҙа Учалы районында ҡупҡан ҡанлы мәхшәр үҙе быға дәлил. Хәмер шауҡымы менән 34 йәшлек ир-егеттең таң һарыһын ҡанға мансып, ни бары бер нисә минут эсендә тотош яҙмыштарҙы пыран-заран килтереүе башҡа һыймай. Ни өсөн? Нисек?.. Һорауҙар күп, яуап биреүсеһе генә юҡ...

Мәғлүмәт сығанаҡтарында хәбәр ителеүенсә, Учалы ауылы кешеһе Артур Ибраһимов таң атҡас ҡына күңел асыу йортонан ҡайта. Үҙен алып килгән таксисҡа аҡса вәғәҙәләп, иҫерек ир өйөнә йүнәлә. Күп тә үтмәй, ишектән яраланған ҡатын-ҡыҙ атылып сыға, ә артынса һунар мылтығы тотҡан Артур пәйҙә була. Уны-быны тоймай тыныс ҡына клиентын көтөп ултырған такси водителе, ҡуҙғалырға уйлап, автомобилен артҡа сигендерә. Ҡоралланған ир үҙенә тоҫҡап ата башлағас, ҡарға сумған машинаһын ташлап, ҡәһәрле ерҙән ҡасып ҡотола ул. Үҙе артынан баҫтырыусының юҡлығын абайлағас ҡына, шаңҡыуын еңеп, полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә.
Был ваҡытта иһә Мәктәп урамында ҡурҡыныс фильмдарҙың сюжетына торошло аҡылдан яҙырлыҡ хәл ғәмәлләшә. Иренең иғтибары таксисҡа йүнәлтелгән мәлдә, үлем көҫәүсе утлы ҡоралдан йәшенергә теләп, бисара ҡатынҡай күршеләренә йүгерә. Ләкин хәмер эсеп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән әҙәм аҡтығына был кәртәме ни?! Хан һарайылай матур йортта тормоштан йәм-ғәм табып йәшәгән ике сабыйлы йәш ғаиләгә ҡайғы ишек шаҡый: иртә менән ҡупҡан ығы-зығыға уянып, тышҡа ашыҡҡан ирле-ҡатынлы Хилажевтарҙы ҡаты яралай енәйәтсе. Гөлсиә ашығыс ярҙам хеҙмәте килгәнсе үк йән бирә. Зариф иһә ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Артурҙың ҡорбандары бының менән генә бөтмәй. Күрше урамда йәшәгән полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтовҡа ла төбәп атыла һунар мылтығы. Күп ҡан юғалтҡан өс бала атаһы дауахана койкаһында яҡты донъя менән хушлаша. Йыртҡыс сүрәтенә кергән ир, ниһайәт, ҡатынын үлтереп, үҙенә лә ҡул һала...
Ете бала... Ҡот осмалы рәхимһеҙлеккә шаһит булған кескәй йөрәктәр бынан ары нисек яҡшылыҡҡа, шәфҡәтлелеккә ышаныр? Ғүмерлеккә һалынған күңел яралары берәй заман уңалырмы? Әле генә гөрләтеп йәшәп ятҡан ғәзиз балаларын юғалтҡан атай-әсәйҙәрҙең, туғандарының йөрәге һуң нисек күтәрер ҡара ҡайғыларҙы? Шик юҡ, әлеге мәлдә яуапһыҙ һорауҙар һәр кемебеҙ башында ҡайнайҙыр; бәғзеләр фажиғәгә илткән сәбәптәрҙе барлайҙыр. Шулай ҙа, нимә генә тимә, күпселектең фекере бер - бәндәне алйытыусы, аҡтыҡ аҡылынан яҙҙырып, ҡулына һалҡын ҡорал тоттороусы нәмә - эскелек.
Йәшерен-батырыны юҡ, районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек “үлем” менән һатыу итеүсе “сауҙагәрҙәр” бихисап. Аҡса эшләүҙең еңел ысулын ҡулланып, кеше яҙмыштарын ватҡан, бала-сағаны ҡан илатып, һөйөшөп ҡауышҡан ир менән ҡатынды нәфрәт упҡынына эткән иманһыҙҙар ҙа бәндә йәнен алған енәйәтсенән ҡайтышмы ни? Хәйер, ундайҙар үҙ ғәйебен тойоп, тәүбәгә килгәндәрҙән түгел шул. Шулай ҙа, кем белә, әлеге мәхшәрҙе йәне аша үткәреп - иманға, эскелектән арынып - айыҡ тормошҡа ҡайтыусылар табылыр ҙа, бәлки. Тик моңло тауышлы, дәрт-дарманлы, “Башҡорт йыры” конкурсы лауреаты Гөлсиә Хилажеваны, бына-бына хаҡлы ялға сығырын көткән полиция хеҙмәткәре Рәфис Нурмөхәмәтовты, ике баланы үкһеҙ етем ҡалдырған, бәхетле ир ҡатыны булып йәшәргә тулы хоҡуғы булған Ләйсән Ибраһимованы ғына кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Дауаханала үлем менән көрәшкән һәләтле бейеүсе, “Байыҡ” конкурсында Гран-при яулаусы Зариф Хилажев Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән тиҙҙән аяҡҡа баҫыр, тип ышанабыҙ. Хатта иң ҡурҡыныс мәхшәрҙә лә мөғжизәгә урын булырға тейештер бит...
Читайте нас: