Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ғинуар 2019, 14:10

Техника теркәлергә тейеш

Башҡортостан Хѳкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге ҡарары менән ошо йылдың 14 ғинуарынан 15 февраленә тиклем республика территорияһында “Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде.

Был сараның маҡсаты - ҡаргиҙәр, мотовездеход, ҡар, һаҙлыҡтан йѳрѳгән транспорт сараларын файҙаланғанда хәүефһеҙлек техникаһын үтәү, юлдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәт ҡағиҙәләрен күҙәтеү, тирә-яҡты һаҡлау.
Әлеге ваҡытта муниципаль район территорияһында үткеһеҙ юлдарҙан йѳрѳгән 125 берәмек транспорт сараһы бар. Бындай транспорттарҙы тикшереү һѳҙѳмтәһендә уларҙы теркәү ҡағиҙәләрен йыш ҡына боҙоу осраҡтары асыҡлана.
Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы, ЮХХДИ, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, “БР Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә маршрут тѳҙѳлѳп, рейдтар ойошторолған. Бынан тыш, бындай транспорттың, тағылмаларының тейешле документтары булыуын, уларҙы файҙаланыу процесын, техник торошон күҙәтеү ѳсѳн планға ярашлы тикшереү үткәрелә.
“Ҡаргиҙәр” операцияһы барышында транспорт менән файҙаланғанда травма алыу осрағын булдырмау, уларҙы теркәү, иҫәп мәғлүмәттәренә агрегаттың һандары тура килеү-килмәүенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.
Рәсәй Хѳкүмәтенең 1994 йылдың 12 авгусындағы “Рәсәй Федерацияһы территорияһында автомототранспорт сараларына һәм башҡа үҙйѳрѳшлѳ техникаға дәүләт теркәүе тураһында” ҡарарына ярашлы, техника хужалары уны алғандан һуң ун кѳн эсендә йәшәгән урыны буйынса Дәүләт техник күҙәтеү органында иҫәпкә ҡуйырға бурыслы.
Юлһыҙ ерҙән йѳрѳүсе техника, бигерәк тә ҡаргиҙәрҙәр ял итеү, күңел асыу, ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡаялы, йырынлы урындарҙан йѳрѳгән осраҡта файҙаланыла. Нәҡ шул ваҡытта уның менән идара иткәндә тейешле оҫталыҡ булмауы бәхетһеҙ осраҡтарға килтерә лә инде. Шуның ѳсѳн талап ителгән бѳтә ҡағиҙәләр ҙә транспорт хужаһы тарафынан теүәл үтәлергә тейеш. Тәү сиратта, руль менән идара итеү механизмдарына, тышҡы ут сигнализацияһына, двигателде кѳтѳлмәгән осраҡта туҡтатыу ҡоролмаһына, энергия биреү системаһына ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Техниканы тикшереү графигы раҫланып, Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының рәсми сайтына ҡуйылған. Тѳҙѳк булмаған, тикшереү үтмәгән һәм теркәлмәгән техниканы файҙаланған осраҡта административ штраф һалына.
Күңелһеҙ хәлде булдырмау ѳсѳн талаптарҙы теүәл башҡарып, техниканы дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында теркәргә, йыл һайын техник күҙәтеү үткәрергә, уның менән идара итеүгә тейешле документтар алырға кәрәк.
Читайте нас: