Түбәндәге кәңәштәребеҙ ҙә ҡаҙ майының дауаһы тураһында булыр. Ҡаҙҙың мамығы, ите генә түгел, уның дѳрѳҫ иретелгән һәм һаҡланған эс майы ла әллә күпме дауалау үҙенсәлегенә эйә. Белеп файҙаланғанда ул йѳҙҙән ашыу ауырыуға шифа булып тора. Унда РР, Е, Д, В тѳркѳмѳ витаминдары, бик күп файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, унда холестерин юҡ.
Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был, үҙ сиратында, косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙерәк һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдар һәм углеводтарҙы үҙләштереүгә ярҙам итә, йод үҙләштереүҙе яҡшырта. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай. Ҡаҙ майы тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Организм тарафынан тиҙ үҙләштерелеүе, йылытыу үҙенсәлегенә эйә булыуы, күҙәнәктәрҙе яңыртыуы, организмдың һаҡлау көсѳн нығытыуы, файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итеүе арҡаһында ҡаҙ майы халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла һәм күп кенә ауырыуҙарҙан яҡшы сара булып тора.
Дѳрѳҫ һаҡланған ҡаҙ майы менән бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бѳтѳрѳү өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгѳлѳккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә була. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
Туберкулез. Сирҙән арыныу өсөн иретелгән ҡаҙ майына алоэ һуты, какао, вакланған эрбет сәтләүеге ҡу-шып болғатырға һәм парҙа йылытырға кәрәк. Ҡатнашманы көнѳнә дүрт тапҡыр, һөт ҡушып, бер ҡалаҡ ҡабул итергә кәрәк. Ыңғай үҙгәрештәр бер аҙнанан һуң күренер.
Өшөгәндә. Тәндең өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөртѳрҙән алда, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң, аяҡ-ҡулдарға массаж хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртѳп, йылы кейенергә йәки йылы шарф менән уранырға кәрәк.
Экзема. Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған мазь (2:1) ярҙам итер. Ҡатнашманы көнөнә бер нисә мәртәбә тиренең зарарланған урындарына һөртөргә кәрәк. Дауалау курсы - 20 көн, был ваҡытта тиреләге йәрәхәттәр төҙәлә.
Ревматизм. Арҡа ауыртҡанда арҡаны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Тән йылыныу һѳҙѳмтәһендә уның ярҙамы бермә-бер арта. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.
Мускулдарҙағы ауыртыуҙар. Ауыртыуҙар борсомаһын өсөн, тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар. Әлеге ҡатнашманы ҡулланыу тиреләге тоҙҙарҙы сығара, ҡан әйләнешен яҡшырта, капиллярҙарҙы нығыта.
Быуындар һыҙлағанда. Бергәбер ҡатнашлығындағы ҡырғыстан үткәрелгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һѳртѳргә һәм 2 сәғәт тоторға. Дауалау курсы 7-10 кѳн. Тәүге процедура уҡ еңеллек килтерергә тейеш.
Аналыҡтағы ауырыуҙар (эрозия). Иретелгән ҡаҙ майы һәм тырнаҡ гөлѳ төнәтмәһе менән универсаль шыйыҡса яһарға була. Ун көн дауамында ошо төнәтмәлә сылатылған тампонды, төнгѳлѳккә аналыҡҡа ҡуйып ҡалдыралар. Ун көн һайын аралаштырып, рәттән өс курс эшләргә кәрәк. Был ваҡыт эсендә яра төҙәлә.
Түлһеҙлек. Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс мәртәбә бер ҡалаҡ йылы һөт менән эсергә. Әлеге дарыу ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ көпшәһен таҙарта һәм ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың әүҙемлеген арттыра.
Простатит. Ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм каланхоэ һуты төнәтмәһен эсеп дауаланырға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсәләр. Ике аҙнанан һуң кесе йомошто үтәгән ваҡыттағы ауыртыу бөтөргә тейеш. Тулыһынса дауаланыу өсөн төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итергә кәрәк.
Ҡаҙ майын косметик сара булараҡ та файҙаланалар. Ул айырыуса һалҡын кѳндәрҙә файҙалы. Һыуыҡтан бит-ҡулдар ярылмаһын ѳсѳн 5 грамм камфара майына 50 грамм ҡаҙ майы ҡушып, биткә һѳртѳргә лә 20 минут тоторға. Артыҡ майҙы салфетка менән һѳртѳп алырға.
Сәстәр ныҡ һәм ялтырап торһон ѳсѳн, майҙы йылытып сәс тамырына һѳртѳргә һәм уны таҫтамал менән урап, ярты сәғәт тоторға. Дѳйѳм алғанда, ҡаҙ майының кире эҙемтәләре юҡ тиергә була. Тик ауырлы, имеҙгән ҡатындарға, 3 йәшкә тиклемге балаларға, бауырҙары, бѳйѳрҙәре менән етди проблемалары булғандарға бындай дауалау сараһы тәҡдим ителмәй. Майҙы быяла йәки керамик һауытта, ныҡлы ябып, һалҡын урында, ҡайһы бер осраҡта туңдырғыста ла һаҡларға була. Ул үҙенең дауалау үҙенсәлеген 3 йыл буйы юғалтмай.
Ҡаҙ майы менән дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.