Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2019, 12:03

Хәүефһеҙ газ йәки Эштәренә ҡамасауламайыҡ

Күптән түгел генә ут күршеләребеҙ Магнитогорск ҡалаһында булған фажиғә барыбыҙҙы ла тетрәндергәйне, был хәлгә ике аҙна ла үтмәне, Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһында ла туғыҙ ҡатлы йортта тәбиғи газ шартлау осрағы теркәлде. Һөҙөмтәлә һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡаттағы дүрт фатир ишелеп төштө. Һәләк булыусылар һәм ҡазаланыусылар бар.

Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә һуңғы ике йылда 62 тәбиғи газ шартлау осрағы теркәлгән. Рәсәй тѳбәк проблемалар институтының генераль директоры Дмитрий Журавлев белдереүенсә, йорттарҙа коммуникацияларҙың иҫке булыуы тәбиғи газ шартлауға төп сәбәпсе булып тора. Торлаҡ хужалығын камиллаштырыу йәһәтенән барактар һәм “хрущевка”ларҙы ғына түгел, ә 70-се йылдарҙа уҡ төҙөлгән, 40 йылдан ашыу хеҙмәт иткән иҫке йорттарҙы ла һүтергә кәрәк. Сөнки уларҙың стеналары яҡшы торошта булһа ла, коммуникациялары эшлектән сыҡҡан. Ҙур ҡалаларҙа иһә күптән газды электр энергияһына алыштырыу кәрәк, сөнки был хәүефһеҙерәк. Һәр бер йортта газ сығып торғанды белгерткән датчиктар ҡуйыу әллә ни ҡиммәткә төшмәй. Бары тик иҫкәртеү функцияһына ғына эйә булған был приборҙы күптәр шартлау осраҡтарын булдырмай тип уйлап яңылыша. Шулай ҙа, тәү сиратта, торлаҡ хужалығын яңыртыу кәрәк, тип иҫәпләй Дмитрий Анатольевич.
Ҡағиҙәгә ярашлы, белгестәр йылына бер тапҡыр йорттар буйлап газ ҡоролмаларын тикшереп йөрөй. Ҡаланың “Газпром төбәк-ара Газ Өфө” филиалынан белдереүҙәренсә, граждандарҙың тейешле орган хеҙмәткәрҙәрен йорттарына үткәрмәүе был эштәрҙе башҡарыуға төп ҡамасау булып тора. Ҡуртымға бирелгән фатирҙарға иһә белгестәрҙе бөтөнләй индермәйҙәр. Бының өсөн хатта участка бүлеге полицейскийҙарына мөрәжәғәт итеп, уларҙы ла йәлеп итергә тура килә. Хеҙмәткәрҙәргә янау, ҡул күтәреү осраҡтары ла булғылай. Йәнә лә күптәр, хеҙмәт итеү ваҡыты үткән газ приборҙарын алыштырыу тураһындағы белдереү хатын инҡар итеп, үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үрҙә әйтелгән хәлдәрҙән һуң, үҙҙәрен газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, фатирҙар буйлап йѳрѳп, фажиғәнән бизнес эшләргә маташыусылар һаны артты. Улар күп осраҡта яңғыҙ йәшәгән, оло йәштәге кешеләрҙең ышанысынан файҙаланалар. Мутлашыусылар ҡиммәт хаҡҡа, өйҙә газ сығып тороуын белгертеүсе приборҙар тәҡдим итәләр, ул һәр йортта мотлаҡ булырға тейеш тип аңлаталар. Өйөгөҙгә ысынлап та газ сәнәғәте хеҙмәткәре ебәрелгәнме, юҡмы икәнлеген аныҡлау, еңел аҡса эшләргә йөрөүселәрҙән һаҡланыу өсөн, тәү сиратта, был кешенән тейешле орган хеҙмәткәре булыуын дәлилләүсе таныҡлығын күрһәтеүен талап итергә кәрәк. Ышаныс тыуҙырмаған документ күрһәтһәләр, “Газпром төбәк-ара Газ Өфө” филиалының 8 (34792) 5-88-01, 5-88-04 һәм 5-88-07 телефон һандарына шылтыратып, теге йәки был белгестең тап һеҙҙең газ ҡоролмаларын тикшереү өсөн ебәрелгәнме, юҡмы икәнлеген белешә алаһығыҙ. Шәхси йорттамы, йә иһә фатирҙа булһынмы, газ менән ҡулланған һәр кем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы. Өйҙән сығып китер алдынан крандарҙың ябыҡлығын тикшерергә, газ приборҙарының төҙөклөгөн ҡарап торорға, ҡулланыу ваҡыты үтеү менән яңыһын алыуҙы хәстәрләргә, уларҙы тик белгесте саҡыртып ҡына алыштырырға, өйҙә, подвалда, подъезда йәки урамда газ еҫен һиҙгән осраҡта авария хеҙмәтен саҡыртырға, газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҡамасауламаҫҡа кәрәк. Газ ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта административ штраф ҡаралған.
Онотмағыҙ! Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге һеҙҙең ҡулда.
Читайте нас: