- Хәҙерге заманда ҡулына диплом алған йәштәрҙең алдына нисек итеп эш табыу мәсьәләһе килеп баҫа. Был йәһәттән һеҙ башҡа һөнәрҙе һайлаусыларға ҡарағанда күпкә бәхетлерәк, сөнки медицина хеҙмәткәрҙәре һәр ерҙә талап ителә. Муниципаль район хакимиәте һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҙ итеүселәргә төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙер. Һуңғы йылдарҙа районда 26 фатир асҡысы табип һәм урта медицина хеҙмәткәренә тапшырылды. Был юҫыҡтағы эш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Һеҙҙе муниципаль район хакимиәте исеменән Белорет районында һәм ҡалаһында эшкә ҡалырға саҡырам, - тине Илгиз Сафый улы.
Евгений Владимирович сығышында буласаҡ коллегаларын ниндәй эш хаҡы көтөүен әйтеп үтте, район-ҡала дауаханаларындағы, фельдшеракушерлыҡ пункттарындағы ваканциялар менән таныштырҙы, йәш белгестәрҙең ниндәй программаларҙа ҡатнаша алыуы тураһында һөйләне. Башҡа район-ҡалаларҙан айырмалы, беҙҙең районда тәүләп эш башлаусыларға кураторҙар тәғәйенләнеүҙәрен билдәләп китте, йәш белгестәрҙе үҙ һөнәрҙәрен яратырға саҡырҙы.