Белорет автомәктәбе директоры Р.Х. Таһиров, хәрби комиссар В.Ҡ. Сәйәхов, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең баш белгесе В.И. Бубнова, Афғанстан Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан А. Г. Веников, дин әһеле сығыш яһап, барыһын да был сараға яуаплы ҡарарға, Тыуған илебеҙҙең илһѳйәре булырға саҡырҙы. Артабан сарала ҡатнашыусылар һалдат бутҡаһынан ауыҙ итеп, автоколонна менән ҡала урамдары буйлап уҙҙы һәм Геройҙар аллеяһындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Оборона-масса эштәре айлығы беҙҙең ҡалала матур традицияға әйләнгән. Уға ярашлы, ҡалала патриотик йүнәлештәге тѳрлѳ саралар, конкурстар, ярыштар уҙғарыу ҡаралған. Унда ҡатнашыусыларға үҙҙәренең һәләтен бар яҡлап та күрһәтеү мѳмкинлеге буласаҡ.