Күптән түгел «Орленок» клубына йөрөгән балалар менән «Театр - илаһилыҡ иле» күргәҙмәһенә презентация үткәреп, Театр йылын астыҡ. Тағы ла «Байрамың менән, һөйөклө Башҡортостан!», «Шағир ҡалдырған ҡояш» күргәҙмәләре менән таныштылар. Артабан Уралда тыуған билдәле рус яҙыусыһы Павел Бажовтың ижады буйынса «Малахит ҡумта байлыҡтары» тигән әҙәби сәйәхәт үткәрелде. Балалар «Буталсыҡ», «Урал байлыҡтары», «Әйт, кем был?», «Был кемдең әйберҙәре?», «Йомаҡтар» станцияларында булып, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар, хикәйәләрҙән өҙөктәр уҡынылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Белорет лицей-интернатында III класс уҡыусылары өсөн Хѳсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 80 йыллыҡ юбилейына арналған «Шатлыҡ өләшеүсе йорт» тигән кисә үткәрелде. Балалар филармония тураһында, тәүге эстрада йондоҙҙары хаҡында мәғлүмәт алды. Китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо, китаптарға байҡау яһалды, презентация күрһәтелде.
Ошо уҡ айҙа танылған башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбайҙың 110 йыллығын билдәләп, уның «Ер» поэмаһы буйынса «Был Башҡортостан тарихы» тип аталған әҙәби-шиғри сараға лицей-интернаттың тәрбиәсеһе Винера Барый ҡыҙы Зикрина менән VIII класс уҡыусылары йәлеп ителде. Әҙиптең күп яҡлы ижад кешеһе: шағир ҙа, драматург та, тәржемәсе лә булыуы тураһында ҡәләмдәштәренең, яҡындарының һәм дуҫтарының йылы хәтирәләрен, иҫтәлектәрен видео аша ла ҡарап белде балалар.
Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусылар бындай сараларға бик теләп йөрөй, кисә барышында төрлө уйын-викториналарҙа әүҙем ҡатнаша.
Белорет педагогия колледжы студенттары рус яҙыусыһы Даниил Гранин ижадына һәм Ленинград блокадаһын йырып сығыуҙың 75 йыллығына арналған «Шәфҡәтлелек урамынан сыҡҡан кеше» атамалы хәтер кисәһенә йыйылдылар. Ысынлап та, әҙиптең тормошон, ижадын Ленинградтан (хәҙерге Санкт-Петербургтан) айырып һөйләп булмайҙыр. Студенттар уның тормош һәм ижад юлы, китаптары, бигерәк тә Алесь Адамович менән берлектә «Блокада китабы» әҫәренең яҙылыу тарихына туҡталды. Ленинградтың блокадаға эләгеүе, унда йәшәүселәрҙең ниндәй ҡот осҡос хәлгә дусар ителеүҙәре тураһында һөйләнек, документаль кинохроникаларҙан өҙөктәр күрһәттек. Ошонан һуң ғына «Блокада китабы»н асып, тетрәндергес ваҡиғаларҙы уҡыныҡ. Һәр булған хәл шул ваҡытта Ленинградта блокаданы кисергән кеше исеменән яҙылған. Гранин һәм Адамович үҙ алдарына 900 кѳнлѳк блокаданы документаль материалдар аша дѳрѳҫ ысынбарлыҡ итеп күрһәтеү маҡсатын ҡуйғандар. Был - хәтер. Һәм был турала беҙ бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ.