Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2019, 18:02

Һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү яҡшыраҡ

Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк, тигән әйтем үҙенең актуаллеген юғалтмай. Бигерәк тә балалар учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә. Нәҡ мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендә бала күңеленә үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре һалына, тормошҡа һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә.

Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Инйәрҙәге янғын часы Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 1-се “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында янғынға ҡаршы уҡыуҙар үткәрҙе. Сара барышында балалар баҡсаһы коллективының һәм тәрбиәләнеүселәренең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген, уларҙың нисек ойошторолоуын тикшерҙе. Кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа, янғын һүндереүҙә Инйәр янғын һүндереү посы составының белеме һәм оҫталығы мөһим. Ғүмерҙе тәьмин итеү хеҙмәттәренең янғын һағы менән үҙ-ара килешеп эшләү һорауҙары ҡаралды. Янғынға ҡаршы тактик күнекмәләренән һуң балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре менән “Янғын ваҡытында үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға?” тигән темаға дәрестәр үткәрелде, янғын хәүефһеҙлеге буйынса ҡағиҙәләр ҡабатланды. Сараға йәлеп ителгән хеҙмәттәр күнекмәләрҙәге бурыстарын уңышлы атҡарҙылар.
- Ҡурсаулыҡтың янғын һүндереү дружинаһы ла төрлө кимәлдәге янғын менән көрәшеү өсөн заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырылған, - ти күнекмәләрҙә ҡатнашҡан ҡурсаулыҡтың директор урынбаҫары Вәкил Ғәлиастанов. - Бөгөнгө сараның әһәмиәте ҙур. Бындай күнекмәләр янғынға ҡаршы әҙерлек күләмен билдәләргә, тәжрибә тупларға һәм урман янғындарын һүндереүгә лә яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: