Районыбыҙҙың тарихсыһы булып танылған Ринат Шәйбәков менән Белоретта йәшәгән һәм ижад иткән Зәйтүн Дәүләтбирҙиндың ойошмабыҙға килеп ҡушылыуҙары бигерәк тә шатлыҡлы ваҡиға булды. Ҡәләмдәштәреңдең баһаһын, уйфекерен, тәҡдимдәрен ишетеү ижад итеүсе өсөн үҙе бер тормош мәктәбе ул.
Ринат Шәйбәковтың “Һалсылар” хикәйәһенә ойошмабыҙ етәксеһе Мансур Һиҙиәтов менән Фәриха Вәлиуллина тулы анализ яһап, үҙҙәренең тәҡдимдәрен, кәңәштәрен бирҙеләр.
2018 йылда арабыҙҙан киткән танылған яҙыусы, остазыбыҙ Сабир Шәриповты, ошо көндәрҙә 90 йыллығы уңайынан Нурислам Шәйхуловты бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң йыл ҡаҙаныштарына байҡау яһалды. Мансур Һиҙиәтовтың Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошмаһы менән танылған шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова ойошторған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге хикәйәләр, Әлиә Саматованың V Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһендә Башҡортостан этабы буйынса III урынға лайыҡ булыуҙары ойошмабыҙҙың мәртәбәһен тағы ла арттырып, күтәреп ебәрҙе. Бынан тыш, уларҙың повесть-хикәйәләре “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында донъя күрҙе, Юлдаш радиоһы аша тапшырылды. Тағы ла Әлиә Саматованың уҡыусыһы, ойошмабыҙҙың иң йәш ағзаһы Ләйсән Йомағужина йыл асышы тип танылды. Уның “Бельские просторы” журналында донъя күргән хикәйәһе ҙур резонанс тыуҙырҙы. Мансур Һиҙиәтов сираттағы, ә Фәйрүзә Кинйәбаева, Әлиә Саматова һәм Рәсимә Сәлихова үҙҙәренең тәүге китаптарын ҡулға алып, сикһеҙ шатлыҡ кисерҙеләр. Әйткәндәй, тап “Баҫҡыста” тип аталған китабы өсөн Әлиә Марс ҡыҙы Яныбай Хамматов исемендәге премияға лайыҡ булды.
Шулай уҡ Фәриха Вәлиуллинаның, Гөлсөм Мостафинаның, Зөһрә Үтәғолованың, Линиза Шакированың, Нуридә Илһамованың әҫәрҙәре республика гәзит-журналдарында донъя күрҙе.
Арабыҙға шиғырҙары менән килеп ингән Сәйфулла Ғайсин үҙен хикәйәсе һәм композитор итеп танытты. Ул яҙған йырҙарҙы республиканың танылған йырсылары башҡара. Әйткәндәй, Фәйрүзә Кинйәбаеваның “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” шиғырына Артур Туҡтағолов яҙған йырҙы яҡташыбыҙ Нәркәс Сиражитдинова башҡара. Һәр яҡлап үҫә, камиллаша барған ҡәләмдәштәр менән нисек ғорурланмайһың!
Сабир Шәрипов исемендәге «Уймаҡ хикәйә» конкурсында 30-ға яҡын автор ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе номинация буйынса билдәләнде һәм “Урал”да донъя күрҙе.
Мәктәптәрҙә, китапханаларҙа осрашыуҙар ҙа һәр кемдең күңелендә һәйбәт тәьҫораттар, рухи үҫеш ҡалдырҙы.
“Иҙел башы” яҙыусыларының Инйәрҙең 2-се мәктәбендә уҙған күсмә ултырышы ла асыштарға бай булды. Уның эшендә 3 йәш ҡәләм тирбәтеүсе ҡатнашты һәм өлкәндәр баһаһын алды.
Фәйрүзә Кинйәбаева менән Әлиә Саматованың китаптарының исем туйында республика баҫмаларында эшләгән яҙыусылар һәм журналистар ҡатнашты, Ҡаһарман ауылы клубында Линиза Шакированың ижадына арналған әҙәби-мәҙәни кисә, Тимер юл ауылында Әнисә Зарипованың ижадына арналған “Күңелем балҡыштары” исемле сара үтте.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙа ла актив ҡатнашырға ниәтләнә ҡәләмдәштәребеҙ. Ошо уңайҙан фәһемле тәҡдимдәр ҙә индерелде.
Йәнле аралашыу, уй-фекерҙәр, тәҡдимдәр менән аралашып барған йыйылыштан һуң ойошма ағзалары Мансур Һиҙиәтовтың “Йондоҙ ҡашҡа кешнәүе” китабының исем туйы менән ҡотлап, йырҙар, шиғырҙар бүләк итте, матур теләктәр еткерҙе. Артабан да өр-яңы тәьҫораттар менән илһамланып йәшәргә һәм ижад итергә, Иҙел башының данын арттырырға яҙһын һеҙгә, халыҡтың рухи илселәре.