Унда Елена Дороднова, Светлана Хурамшина, Тәнзилә Хөрмәтова, Виктория Касанова, Елена Алексеева, Нина Демичева һәм Диана Склокинаның пластиктан, балсыҡтан, ойоҡтан, йөндән, тауарҙан, “Гильда” техникаһы менән эшләнгән, береһенән-береһе сағыу һәм матур күлдәкле ҡурсаҡтары ҡуйылған. Авторҙарҙың барыһы ла тиерлек был эш менән бала саҡтан мауыға. “Башнефть-Розница” йәмғиәтендә оператор булып эшләгән Тәнзилә Әсҡәт ҡыҙы (һүрәттә) беренсе ҡурсағын үҙенең ҡыҙына тегә һәм шунан алып “Гильда” техникаһы менән эшләү яратҡан шөғөлдәренең береһенә әүерелгән. Уға бигерәк тә башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар тегеү оҡшай. Халҡыбыҙҙың йәшәү торошон сағылдырған кейемдәр сағыу төҫлө, матур булыуы, тәңкә, ынйылар менән биҙәлеүе уны йәлеп итә.
Шулай уҡ ҡаланың музыка мәктәбендә V бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса үткән район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы алдынан фойела ҡурсаҡтар күргәҙмәһе эшләне. Ҡунаҡтар ҡул оҫталарының бай фантазияларын эшкә егеп, әкиәт донъяһын сағылдырырға тырышҡан, һәр береһенең үҙенсәлекле стиле булған ҡурсаҡтар менән танышты.