Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Март 2019, 16:30

Йөрәктәргә ут өҫтәп

Абҙаҡ мәктәбендә традицияға әүерелгән яҙыусылар менән осрашыу уҙҙы.

Унда яҡташыбыҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов, яҙыусы, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мирас Иҙелбаев, шағирә, тәржемәсе, журналист, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Әнисә Таһирова, шағирә Фирүзә Абдуллина, шағир һәм композитор Рәмил Сурағолов, Сабир Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Мансур Һиҙиәтов, Фәриха Вәлиуллина, Гөлсөм Мостафина, Әнисә Ғәзизова һәм Рәсимә Сәлихова ҡунаҡҡа килде.

Квест-уйын рәүешендә барған сарала уҡыусылар - “Арғымаҡ”, яҙыусылар “Иҙел башы” исемле командаларға бүленеп ярышты. Сәләмләү, һорауҙарға яуап биреү, Башҡортостан исеменең һәр хәрефенә уны данлаған һүҙ табыу һәм шиғыр яҙыу, үҙҙәре менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләү, күҙҙе бәйләп һүрәт төшөрөү, музыкаль конкурстарҙа ике команда ла ихлас һәм бар тарышлығын, дәртен һалып ярышты. Баһалама ағзалары Мансур Һиҙиәтов, Фәриха Вәлиуллина һәм Илүзә Баймөхәмәтова уҡыусыларҙың “Арғымаҡ” командаһы еңеүсе исеменә лайыҡ тип баһаланы.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә йыраҡ араны яҡын итеп килгән мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһаны. Әнисә Таһирова барыһын да әҙәбиәтте яратырға, китаптар уҡырға саҡырҙы һәм донъяны йәшәтеүсе төп көс булып әҙәбиәт һәм мәҙәниәтебеҙ тороуын билдәләне, шиғырҙар уҡыны. Рәмил Сурағолов үҙе ижад иткән “Тыуған өй тәҙрәләре” йырын башҡарҙы, мәктәпкә диск һәм йыр китабы тапшырҙы, уҡыусыларҙы күберәк гәзит-журналдар уҡырға һәм уларға яҙылырға өндәне. Мирас Иҙелбаев үҙе эшләгән уҡыу йорто менән таныштырҙы, мәктәп китапханаһына китабын бүләк итте. Фирүзә Абдуллина шиғырҙарын уҡып үтте, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға изге теләктәр теләне.
Балаларҙың шиғыр һөйләүе, матур йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барған сара иҫтәлеккә күмәкләп фото төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: