Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Апрель 2019, 13:35

Ташҡа баҫып тарих биттәрен

Төрлө гаджеттар, һанлы технологиялар ныҡлап ҡулланыуға ингән "текә" заманда ябай ҡағыҙға баҫылған һүҙҙең әле булһа үҙ әһәмиәтен юғалтмауы, кеше эшмәкәрлегенең иң хәрәкәтсән, ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ мәлдә ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына өлкәләренең береһе - полиграфия аталмышлы сәнәғәт төрөнөң донъя баҙарынан юҡҡа сыҡмауына, уның үҫешенә булышлыҡ итә. Буяу еҫе аңҡып торған гәзит-журналмы, тышлығынан уҡ уҡыусыһын үҙ донъяһына ымһындырған китап-маҙармы, һатып алыусының иғтибарын йәлеп иткән тауар ярлығы йәиһә урамдарҙа үҙенә саҡырып торған баннер-постерҙармы - һәр йәһәттән сифатлы башҡарылған, рекламаның иң нәтижәле ысулдары ҡулланылған полиграфия продукцияһы бер ваҡытта ла үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ. Төрлө полиграфик хеҙмәттәр тәҡдим иткән "бөгөн - бар, иртәгә - юҡ" мөһөрлө эреле-ваҡлы ойошмалар араһында республикабыҙҙа бай тарихлы, ҡеүәтле мәғлүмәт үҙәктәренең булыуы бик мәслихәт күренеш. Составына "Урал" һәм “Белорецкий рабочий” гәзиттәре редакциялары ингән Белорет мәғлүмәт үҙәге лә ошо һуңғылары рәтендә. 2013 йылдан бирле 19 апрель һайын билдәләнгән Рәсәй полиграфияһы көнө уңайынан, типографияның эшмәкәрлеген байҡау, уның кисәгеһен һәм бөгөнгөһөн сағыштырыу, продукцияһын күҙҙән уҙғарыу ниәтендә, Белорет мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Гөлнара Фаил ҡыҙы МӨХӘМӘТҒӘЛИНА менән әңгәмәләшеп, типография цехтарын буйланыҡ. Үҙ һүҙен ул тарихтан башланы.

- 1906 йылда мещан Елизавета Дмитриевна Попова Ырымбур губернаторына Белорет ҡалаһында типография асыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт ҡыла. Хатында ул иренең Верхнеуральскиҙа шәхси типография тотоуын, был эштең уға ят булмауын телгә ала... Һәм бына 113 йыл эсендә төрлө милек формаларында "тереклек" итеп, бөгөн ул Белорет мәғлүмәт үҙәгенең структура бүлексәһе сифатында эшмәкәрлек алып бара.
► Бөгөнгө полиграфия кисәнгеһенән нимә менән айырыла икән?
- Әлбиттә, һәр мөһим тармаҡ кеүек үк, полиграфия сәнәғәте лә бер урында тормай - һәр саҡ үҫеш, яңырыу юлында. Туҡһанынсы йылдар башына тиклем беҙ полиграфик ҡоролманың боронғо төрө - линотип менән баҫтыҡ.
1994 йылдан бирле типография тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Бына күреүегеҙсә, бөгөн хеҙмәткәрҙәребеҙ популяр баҫыу (печать) төрҙәре - офсетлы һәм һанлы баҫыу ысулдары менән эшләй. Ул иһә үҙ сиратында йәнә ике төргә - табаҡлы (листовой) һәм төргәкле (ролевый) офсет баҫмаһына бүленә. Беҙҙең төргәкле ике баҫыу машинаһы бар. Береһе - ике төҫтә, икенсеһе дүрт төҫтә баҫа. Төргәкле баҫыу технологияһы, нигеҙҙә, ҙур тираждар менән эшләгәндә уңайлы. Уның отошло яғы шунда: бер юлы ике яғы ла баҫылып бара. Ә был иһә продукция етештереү тиҙлеге ике тапҡырға арта тигән һүҙ. Әйткәндәй, типография бер нисә редакция менән хеҙмәттәшлек итә. Район-ҡаланың - "Урал", "Белорецкий рабочий" гәзиттәре, Межгорьеның, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарының баҫмалары, ҡала эсендә таратылған төҫлө реклама гәзиттәре сыға беҙҙә.
► Ваҡытлы матбуғат сараларынан тыш, тағы ниндәй эшмәкәрлек алып бара Белорет типографияһы?
- Полиграфия сәнәғәтенә ҡараған бөтә төр эшмәкәрлекте атҡарабыҙ тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ҡәләм тирбәтеүселәрҙең шиғри йәки проза йыйынтыҡтары, фотокитаптар, фотоброшюралар, буклеттар, журналдар, сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән альбом-папкалар, календарҙарҙың һәр төрө, башҡорт йә рус телендә тәбрикләү һүҙҙәре менән сағыу ҡотлау асылмалары, туйюбилейҙар өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары, блокноттар, бланкылар, йәбешә торған ҡағыҙҙа этикетка-тауар ярлыҡтары, стикерҙар, визиткалар, грамоталар, магнитлы сувенирҙар, кафе-ресторандар өсөн менюҙар һәм башҡа төр продукция етештерелә беҙҙә. Һәр эш заказ биреүсенең шәхси теләктәренә, зауҡына ярашлы башҡарыла, тәжрибәле, һәләтле хеҙмәткәрҙәребеҙҙең яңы идеялары, тәҡдимдәре менән байытыла.
Ғөмүмән, ниндәй генә полиграфик продукцияны алма, уны тыуҙырыу өҫтөндә эшләгән һәр дизайнер үҙен хаҡлы рәүештә ижадсы итеп ҡабул ҡылырға тейеш. Сөнки бер ҡалыплыҡтан азат, күңел йылыһы һалып тыуҙырылған ҡабатланмаҫ ижад емештәре генә кеше йөрәгенә юл табасаҡ.
Әйткәндәй, беҙҙә етештерелгән ҡайһы бер продукцияны типография бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан магазинда һатып алырға мѳмкин.
► Тимәк, һеҙҙең коллективта үҙ эшен белгән, яратҡан хеҙмәткәрҙәр генә эшләйҙер...
- Был, ысынлап та, шулай. Ике тиҫтәнән ашыу кешенән торған коллективта осраҡлы бер кеше лә юҡ. Дизайнермы ул, китап төпләүсеме, әллә версткалаусы йә баҫыусымы - кемен алһаң да, үҙ эшен ғәжәп яратып, мөкиббән китеп атҡара; һәр заказсыны яҡты йѳҙ, ихтирам менән ҡаршы ала. Ә инде арабыҙҙа 35 йыллап хеҙмәт стажы туплаған бай тәжрибәле, алыштырғыһыҙ коллегаларыбыҙҙың булыуы типографияның бәҫен, мәртәбәһен генә арттыра. Мәҫәлән, Ғәлимә Абдуллина, Римма Ғәзизова, Лариса Абдрахманова кеүек хәтһеҙ йылдар типографияға тоғро хеҙмәткәрҙәребеҙ полиграфия эшен энәһенән ебенә тиклем яҡшы белә. Йәш һәм шул ваҡытта һәләтле, мәғлүмәтле дизайнерыбыҙ Марина Часовских, баҫыу машиналарында эшләүсе Денис Мәҡсүтов, Вилнур Фәсхетдинов, Антон Ермилов һәм Динар Сәйетғәлин (һүрәттә һулдан уңға) һәм башҡалар күптән инде үҙҙәрен яуаплы, фиҙаҡәр, талапсан коллектив ағзалары итеп танытты. Эш юллап килгән, был тармаҡта хеҙмәт юлын башларға ныҡлы теләге булған йәш кешеләрҙе лә ҡолас йәйеп ҡаршылайбыҙ, кәрәк икән өйрәтеп-уҡытып та алабыҙ.
► Гөлнара Фаил ҡыҙы, Һеҙ үҙегеҙ ҙә был өлкәлә байтаҡ йылдар тир түгәһегеҙ...
- Полиграфия сәнәғәте өлкәһендә ҡайнауыма теүәл 32 йыл. Был һөнәрҙе һайлауым да яҙатайым ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан түгел...
VII класта уҡыған сағым ине булһа кәрәк. Мәктәп стадионы Бөрйән районы типографияһына терәлеп тиерлек урынлашҡан. Стадионға сыҡҡан һайын типографиянан ҡолаҡҡа ят та, шул уҡ мәлдә ымһындырғыс та тауыш ишетелә. Кемгә нисектер, әммә миңә шул ауаз моңло бер йыр кеүек тойола ине. Аҙаҡ белеүемсә, линотип аталмышлы йыйыу машинаһынан сыҡҡан икән әлеге "моң". Урта мәктәпте тамамлап, туп-тура полиграфия училищеһына юлланыуыма ла ошо боронғо йыйыу ҡоролмаһы "ғәйеплелер", моғайын...
Йәнә ҡабатлайым - был өлкәлә осраҡлы кешеләр юҡ. Яңылыш килеп эләккәндәр, эш рәтен белмәгән, өйрәнергә теләмәгәндәр беҙҙә оҙаҡ тотҡарланмай...
► Мәғлүмәт үҙәге бинаһының эске-тышҡы торошо ла яңырыу кисерә, буғай...
- Эйе, бинаны хәлебеҙҙән килгән тиклем төҙөкләндерергә тырышабыҙ. Әлегә үтәнән-үтә тишелеп, һыу ағып торған ҡыйыҡты, икенсе ҡаттағы урам яғына ҡараған тәҙрәләрҙе алыштырттыҡ, аҙ сығымлы заманса йылытыу батареяларын ҡуйҙырҙыҡ. Был йәһәттән үҙ эштәрен яуаплы башҡарған подрядсыларыбыҙ - А.П. Талалаев етәкселеге аҫтында эшләгән “Энерготехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошмаһына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә әлеге эштәр туҡтап ҡалмаҫ, дауам итер тип өмөтләнәбеҙ.
► Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ, мауыҡтырғыс экскурсияғыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гөлнара Фаил ҡыҙы! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан Һеҙгә һәм татыу коллективығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, ауыр эшегеҙҙә түҙемлек һәм уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: