Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Апрель 2019, 18:41

Тарихтағы ауыр яра...

Ҡалала Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙең 33 йыллығына арналған митинг уҙҙы.

Чернобыль ветерандары һәм уларҙың туғандары, был ваҡиғаға битараф булмағандар ҡатнашлығындағы сарала муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук, хәрби комиссариаттың хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Николай Щербаков, ҡаланың “Чернобыль” инвалидтар союзы рәйесе урынбаҫары Анатолий Лавров сығыш яһаны.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы иҫләп бер минут тын ҡалғандан һуң, бер төркөм ветерандарға муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Митинг обелискыға сәскәләр һалыу һәм күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Читайте нас: