Ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр алыныу менән шунда уҡ был урынға Федераль янғын хеҙмәтенең 28-се отрядынан 3 берәмек техника һәм 7 кеше ебәрелә. Улар туғыҙ ҡатлы йорттоң янғын сыҡҡан подъезынан 34 кешене, шул иҫәптән 8 баланы алып сыға, 50 квадрат метр майҙандағы янғынды һүндерәләр. Янғында зыян күргән ике ҡатын медиктар ҡулына тапшырыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһе «тиҙ ярҙам» машинаһында йән бирә. Әлеге ваҡытта нимәнән ут сығыуы асыҡлана. Ә икенсе осраҡҡа килгәндә, ғәйеплеләр билдәле. Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ: аҙна аҙағында ҡаланың 20-се мәктәбенән Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә боросло баллонды һиптертеү арҡаһында уҡыусы балаларҙың сәләмәтлегенә хәүеф янауы тураһында хәбәр итәләр.
Ваҡиға урынына килеп еткән ашығыс хеҙмәттәрҙең кѳсѳ менән хәлгә асыҡлыҡ индерелә. Мәктәптең беренсе ҡатындағы бәҙрәфендә балалар шаярып боросло баллонды һиптерткән булып сыға. Һѳҙѳмтәлә 589 кеше эвакуациялана, 16 уҡыусы һәм уҡытыусы ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға оҙатыла, башҡалар ѳйҙәренә ҡайтарыла.
Бындай осраҡтар ваҡыты-ваҡыты менән илебеҙҙең йә теге, йә был тѳбәгендә булып тора. Ҡорбандар ҙа була. Янғын нимәнән сығыуы асыҡланыр, зыян күргән ике фатир тѳҙѳкләндерелер, ғәйеплеләр язаһын алыр, боросло баллонды мәктәпкә алып килгән баланың ата-әсәһе яуап бирер. Ә икенсе юлы ла шулай булмаҫ, мәктәпкә берәйһе ҡурҡынысыраҡ әйбер тотоп килмәҫ тип кем әйтә ала. Ышаныс юҡ.
Бындай хәл ҡабатланмаһын ѳсѳн уяу булыр кәрәк. Йәмәғәт урындарында, әйтәйек, вокзалда, шик тыуҙырған әйбер - пакет йә ҡумта - күрһәгеҙ, ҡағылмағыҙ, һаҡ хеҙмәткәрҙәренә йәки эске эштәр бүлегенә хәбәр итегеҙ. Ут сығыуын һиҙеү менән 112 йәки 101 телефондарына шылтыратығыҙ. Балаларығыҙға яҡын булығыҙ, нимә менән ҡыҙыҡһыныуын белегеҙ, һѳйләшегеҙ. Шул саҡта ғына уларҙың ҡылығы ѳсѳн яуап тотоуҙар, һуңлап үкенеүҙәр булмаҫ.