Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Май 2019, 11:23

Халыҡ һуғышты онотмаҫ!

Егет һуғышҡа китте, бына-бына ҡуҙғалырға торған һалдаттар эшелоны артынан уның әсәһе, һөйгән йәре, уйға батҡан атаһы ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡул болғап ҡалды. Талғын ғына хәрби йырҙар яңғырай. Бербер артлы үткән һуғыш йылдары, яу яланында һәләк булған һалдаттар, халыҡ күргән ауырлыҡтар, еңеү яулау өсөн эшләнгән батырлыҡтар - барыһы ла бер мәлгә күҙ алдынан үтте.

Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомәктәбе майҙанында тантаналы сара бына шулай башланып китте. Митингта яңғыраған хәрби йырҙар байраҡ тотҡан курсанттар, кадеттар һәм уҡыусылар күңеленә дәрт өҫтәй. Бына “Еңеү көнө” йыры башлана һәм Левитан Бөйөк Еңеү көнөн иғлан итә. 1945 йылдың 9 майы һуғыш осорон кисергән халыҡтың күңелендә бер ваҡытта ла онотолмаҫ. Дүрт йыл бара һуғыш - 1418 көн һәм төн! 26 миллиондан ашыу ҡорбан!
- Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомәктәбе хәрби-патриотик традицияларын дауам итә, - тине, тантананы асып, уның директоры Рәшид Хәмзә улы Таһиров. - Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылайбыҙ. Һуғыш осоронда илдең иң оло һәм күләмле оборона ойошмаһы - ОСОАВИАХИМ оборонаға, авиацияға һәм химик төҙөлөшкә һалдаттар, кадрҙар, белгестәр әҙерләү буйынса ҙур ярҙам күрһәтте. Тәүге көндәрҙән үк Башҡортостан аэроклубтары 1942 йылдың октябренә 968 пилот уҡытып сығарған. Белорет аэроклубы 1942 йылда летчиктар тәрбиәләүҙә беренсе урында торған. Меңәрләгән яугирҙар хәрби батырлыҡтары өсөн миҙалдар һәм ордендар менән наградланған, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Әле лә Белорет автомәктәбе уҡыусылары Рәсәй Федерацияһы хәрби көстәре ғәскәрҙәрендә лайыҡлы хеҙмәт итә.
Тантанала ҡатнашҡандаралдында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук, Свято-Троицк соборы вәкиле Андрей Маврин, “Ҡанатлы гвардия”, “Хәрби туғанлыҡ”, “Адмирал Кузнецов”, “Хәрби элемтәселәр”, “Сик буйы”, “Белорет казактар утары” патриотик-йәмәғәт ойошмалары етәкселәре И. Бетин, И. Смердов, Д. Меркушев, П. Пантелеев, С. Салов, А. Копьев сығыш яһаны. Шулай уҡ 3-сө мәктәп уҡыусыһы Анастасия Чикунова йыйылыусыларға патриотик темаға шиғыр һөйләне.
Митинг тамамланғас, барыһы ла автомәктәп тарафынан әҙерләнгән һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.
Читайте нас: