Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Май 2019, 11:14

Ҡурсаулыҡта - күнекмәләр

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урман янғындарына ҡаршы янғын-тактик күнекмәләр уҙҙы.

Күнекмәләрҙә ҡурсаулыҡтың Урман һаҡлау бүлеге, Ямашты, Бирҙеғол, Лапышты урмансылыҡтарының, Инйәрҙең һәм Межгорье ҡалаһының янғын һүндереү частары ҡатнашты. "Янғын һүндереүҙә" 15 берәмек техника, янғынды асыҡлау өсөн 1 квадрокоптер ҡулланылды, барлығы 70 кеше йәлеп ителде.
Күнекмәләрҙең легендаһы буйынса, ҡурсаулыҡтың Ямашты урмансылығында янғын сыға. Ут ҡурсаулыҡтың Үҙәк усадьбаһына һәм Рәүәт ауылына хәүеф тыуҙыра. Урман янғыны менән көрәшергә етәкселек өсөн штаб булдырылды, барлыҡ көстәр шартлы янғын урындарына юлланды.
Күнекмәләр барышында янғын һүндереү техникаһы, элемтә саралары менән эшләү алымдары һынау тотто, барлыҡ хеҙмәттәр өсөн берҙәм саҡырыу сигналдары базаһы булдырылды. Һуңынан янғын һүндереү хеҙмәте вәкилдәре ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе, яңы алымдар өйрәтте.
- Хәүефле урман янғындары осорона әҙерлек барлыҡ хеҙмәттәрҙә лә әүҙем бара, бурыстар теүәл үтәлә, - тип күнекмәләргә йомғаҡ яһаны Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының директоры Фәнүр Хажиғәли улы Әлибаев. - Бөгөнгө сара янғынға ҡаршы әҙерлек күләмен билдәләргә һәм уларға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә. Күнекмәләр яҡшы кимәлдә үтте.
Иҫкәртеп үтәбеҙ, урман янғынын асыҡлаһағыҙ, 8-800-100-94-00 телефоны буйынса "Урман һағының тура линияһына", йәки Көньяҡ Урал ҡурсаулығының Урман һаҡлау бүлегенә (34792) 7-68-10, 7-68-11 телефондары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
Читайте нас: