Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Май 2019, 17:26

"Йәшел йылан" йәшәтмәҫ

Эскелек, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеү тормошобоҙҙағы иң көнүҙәк проблемаларҙың береһенә әйләнде. Бөгөн был мәсьәләне хәл итеүгә киң йәмәғәтселек кенә түгел, дәүләт органдары ла етди иғтибар бүлә, сөнки "йәшел йылан" ағыуы ҡоллоғона эләгеүселәр үҙҙәренә генә түгел, бөтә йәмғиәткә хәүеф тыуҙыра.

Йыл һайын Рәсәйҙә алты йөҙ меңгә яҡын кешенең эскелек арҡаһында яҡты донъя менән хушлашыуын күҙ алдына килтерһәң, ә был иһә илебеҙҙең бер ҙур ҡалаһы тигән һүҙ, кешелек донъяһының ниндәй ҙур афәт алдында тороуын яҡшы аңлайһың. Был йәһәттән беҙҙең республикала ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса, эскән килеш енәйәт яһау осрағы буйынса Башҡортостандың Рәсәйҙә беренсе урында тороуы, бер йыл эсендә 14 111 енәйәт яһалыуын миҫалға килтереү генә лә хәлдең ни тиклем киҫкен булыуына асыҡ миҫал булып тора. Ғөмүмән, эскелек арҡаһында енәйәт ҡылыу буйынса Башҡортостан бынан алдағы йылдарҙа ла алдынғы рәттәрҙә килә. Эсеп үлтерешкә барып етеү буйынса ла ул, Мәскәү ҡалаһынан һәм Свердловск өлкәһенән ҡала, өсөнсө урында килә. Башҡортостан Эске эштәр министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, үлтереү осрағының 80 проценттан ашыуы иҫерек килеш яһалған. Бер нисә йыл элек беҙҙең республика 20 айыҡ төбәк исемлегендә булһа, 2018 йыл аҙағында был һан күпкә аҫҡа тәгәрәп, 32-се урынға күскән. Шуныһы ла иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай, элегерәк эскелек һаҙлығына башлыса 40-50 йәшлектәр батһа, бөгөн иһә был аудиторияға йәштәр, үҫмерҙәр күпләп эләгә. Мәсьәләне үҙ яйына ҡуйғанда, киләсәккә нигеҙҙе лә, аңы сәләмәт булмаған, деградацияға бирелгән быуын һаласаҡ. Ә инде серек нигеҙҙә башланған тормоштоң ниндәй булырын аңлатып торорға ла кәрәкмәй.
Һүҙ ҙә юҡ, Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмерен һәр кем үҙе теләгәнсә йәшәргә хаҡлы, әммә нимә генә тиһәк тә, шул ҡыҫҡа ғына ваҡытты бәрәкәтле, мул тормошта, барлыҡ изге ниәттәрен тормошҡа ашырып йәшәргә хыялланмағандар юҡтыр. Бер кем дә шешә ҡоло булып, тормоштан төңөлөп йәшәргә теләмәй, бары тик яңылыш аҙым яһап, ҡыя юлдан китеүҙән генә һаҡ булырға кәрәк. Бөгөн эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан бәләләргә юл ҡуймау маҡсатында мөмкин булған сараларҙың барыһы ла тиерлек күрелә. Төрлө йәмәғәт ойошмалары, ауыл хакимиәттәре, старосталар ҙа был эштән ситтә ҡалмай. Проблемаға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың да битараф булмауы, эскелек һәм спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше менән көрәшкә сығыуы ла күңелдә өмөт уята. Контрафактлы спиртлы эсемлек һатыусыларға ҡарата яза ла ҡәтғиләштерелде. Мәҫәлән, быға тиклем өйҙән көмөшкә һатыусыларға ни бары ике мең тирәһе генә штраф һалына ине. Был йәһәттән закон проекты ҡабул ителеү менән, штраф күләме 30 меңдән 50 мең һумғаса арттырылды. Язаға тарттырылған кеше бер йыл эсендә тағы ла яҙыҡ юлға баҫа икән, ундайҙарға штраф күләме 50 мең һумдан 80 мең һумғаса буласаҡ йә иһә улар бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк. Аңларға теләмәгәндәргә енәйәт эше асыу ҙа ҡаралған.
Сауҙа кәштәләрендәге спиртлы эсемлектәргә күҙ һалһаң, уларҙың ниндәйе генә юҡ, йәнең теләгәнен, үҙеңә оҡшағанын һайлап ал да эс. Төрлө формалағы сағыу шешәләр бөтөнләй эсмәгән кешеләрҙе лә әллә ҡайҙан ымһындырып, үҙенә саҡырып ултырғандай. Кемдер әҙләп эсһәң - дарыу, күпләп эсһәң - ағыу, тип тә әйтер. Бәлки, был ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫтөр ҙә, сөнки спиртлы эсемлектәрҙе ҡасандыр бары тик дарыу итеп файҙаланыу маҡсатында сығарғандар ҙа инде. Бөгөн был эсемлектәрҙең ағыу ролен үтәүе береһенә лә сер түгел. Әлбиттә, барыһы ла махсус сауҙа урындарынан ғына алып эсһә, мәсьәлә был тиклем үк киҫкен дә булмаҫ ине, сөнки хаҡтар тешләшә, шешә хаҡын түләргә барыһының да мөмкинселеге юҡ. Әммә эсергә теләгән, кеҫәһендә елдәр уйнаған, хатта тәғәйен генә эше лә булмағандар аптырап тормай. Ундайҙар теләһә нәмә ҡушып эшләнгән көмөшкә, фанфуриктарға ла риза. Бындай эсемлек “етештереүселәр” клиенттарының уңайлылығы өсөнбар тырышлығын һала. Көнмө, төнмө булыуына ла ҡарап тормай, үтескә яҙҙырып та, арыуыраҡ әйберҙәргә алыштырып та бирә. Бары тик алһындар, эсһендәр генә. Бындай "киң күңелле" әҙәмдәр менән төрлөсә көрәшеп ҡарайҙар ҙа бит, тик әлегә һөҙөмтә генә артыҡ ҡыуандырмай. Бөтә йәмғиәт халыҡ араһында “фанфурик” атамаһы менән танылыу алған шыйыҡсалар арҡаһында зыян ғына түгел, ысын мәғәнәһендәге фажиғә кисерә. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, әлеге ваҡытта депутаттарыбыҙ бары тик медицина процедуралары өсөн генә тәғәйенләнгән һәм составында 75 процент спирт булған препараттарға алкоголь акцизы булдырыу, йә булмаһа, уны һатыуҙан бөтөнләй алыу мәсьәләһен тикшерә.
Эскелеккә ҡаршы ысын мәғәнәһендәге көрәш башланған мәлдә Белорет муниципаль район хакимиәте, эске эштәр бүлегенә лә эш етерлек. Уларға эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан әллә күпме проблемаларҙы ғына хәл итергә түгел, ә ҡыйралған яҙмыштар, тарҡалған ғаиләләр һәм етем ҡалған балалар мәсьәләһен дә күҙ уңында тоторға тура килә. Сараһыҙҙың көнөнән көрәш алымдарының барыһы ла тиерлек файҙаланыла: рейдтар, аңлатыу эштәре, штрафтар һәм башҡалар... Март айында муниципаль район хакимиәте тарафынан ҡалаға ингән ҙур баннерҙар ҡуйылды. Бөгөн был баннерҙарҙағы телефон һандары буйынса законһыҙ рәүештә алкоголь һатыусыларға дәғүә белдереп шылтыратыусылар күбәйә. Әлеге ваҡытта Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ҡаланан, Инйәр, Сермән, Тирлән, Мәхмүт, Боғанаҡ ауылдарынан шылтыратыуҙар булған. Был хәбәрҙәр буйынса артабан эш алып барыу өсөн мәғлүмәт полиция бүлегенә тапшырылған.
Бөтә бәләнең башы эскелек. Айныҡ йәшәү рәүеше алып барғанда күпме фажиғәләр, бәләләрҙе кисектереп булыр ине лә бит... Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән бирелгән мәғлүмәт буйынса, ошо йылдың 4 айында йәмәғәт урынында эскән килеш йөрөгән - 1679, бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙе эскегә йәлеп итеү буйынса - 17, тыйылған урындарҙа спиртлы эсемлек һатылған - 1, бәлиғ булмағандарға алкоголь продукцияһын һатҡан - 5, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатылған 18 осраҡ теркәлгән.
Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бергәләп көрәшкәндә генә "йәшел йылан" бәләһен еңеп буласаҡ. Эргә-тирәгеҙҙә йәшереп спиртлы эсемлек һатыусылар, баш күтәрмәй эсеп ятыусылар бар икән, киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ яҙмышына битараф түгелһегеҙ икән, 8-906-106-06-95 һандарына шылтыратығыҙ. Шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.
Читайте нас: