Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2019, 16:03

“Йәшел йылан” һатыусы хѳкѳм ителде

Белорет район-ара суды контрафакт иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүсе 57 йәшлек ҡала кешеһенә хѳкѳм ҡарары сығарҙы.

Ул РФ Енәйәт кодексының 171,1-се статьяһы (6-сы ѳлѳш, “б” пункты) йәғни тамғаланмаған алкоголле эсемлектәрҙе ҙур күләмдә һатыу йәһәтенән ғәйепле тип табылды. Суд асыҡлауынса, 2018 йылдың февраль айында енәйәтсе Магнитогорск ҡалаһында бер нисә тапҡыр ҙур партия менән контрафакт иҫерткес эсемлектәр һатып ала һәм уларҙы ҡуртымға алынған ике гаражда һаҡлай. Түбән сифатлы ошо спиртлы эсемлектәр менән ул ҡала һәм район кешеләрен тәьмин итә.
2018 йылдың октябрь айында хоҡуҡ һаҡлаусы органдар осһоҙ хаҡҡа араҡы һәм коньяк тип, 6 меңдән ашыу шешәлә һәм 100-ҙән ашыу ун литрлыҡ баллонда алдап һатылған әҙер продукцияны енәйәтсенән тартып ала. Тикшереү һѳҙѳмтәләре күрһәтеүенсә, спиртлы эсемлектәр билдәләнгән сифат стандарттарына ярашлы етештерелмәгән. Экспертиза контрафакттың дѳйѳм хаҡын 1,3 миллион һумдан ашыу тип билдәләне. Суд енәйәтсене шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм итте һәм 300 мең һум күләмендә штраф һалды. Контрафакт алкоголь иһә юҡ ителергә тейеш.
Читайте нас: