Күптән түгел "Әбйәлил синдромы" тураһында репортаждар, мәҡәләләр яҙып сыҡтылар. Әйтерһең, эскеселек проблемаһы элек булмаған, кѳмѳшкә ҡыуып һатмағандар, эскән ирҙәр ғаиләләрен йәберләмәгән, иҫерек килеш енәйәттәр эшләнмәгән.
Әммә был йүнәлештә ҡырҡа үҙгәрештәр районға йәш етәксе тәғәйенләнгәс тә башланды. Ә ул үҙенең тѳп дошманын күрә алды, йәмғиәтте уға ҡаршы ойоштора белде һәм улар әле лә, үҙҙәренең тѳп эштәренән тыш ваҡыт табып, ҡышҡы һабантуйҙар, ауылдарҙа үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары менән концерттар, конкурстар үткәреп йәшәй. Хатта Ѳфѳгә барып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтеп ҡайттылар. Бер ниндәй һыраһыҙ, кѳмѳшкәһеҙ, араҡыһыҙ! Әлбиттә, ҡышҡы һабантуй идеяһын күптәр күтәреп сыҡтылар, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында. Йәйгә сыҡҡас, бер кѳн йылды туйҙырғанда, бындай форсат әллә ни булмай, булһа ла, сәсеү эштәре бѳткәс, бер-ике аҙна ғына.
Күптән түгел Аҙналы ауылында ла бер тѳркѳм йәштәр был байрамды үткәрҙе. Бер ҙә ѳҫтән фарман кѳтѳп ятманылар, үҙҙәре ярыштар ойоштороп, үҙҙәре ҡатнаштылар. Хатта приздарҙы ла әҙерләгәндәр. Бар бит ауылдарҙа башҡорт рухлы йәштәр!
Ә башҡа райондар, ауылдар нисек йәшәй? Эскелеккә ҡаршы ниндәй саралар күрелә? Ә бит Әбйәлилдәге хәлде телевизорҙан күрһәткән саҡта башҡа район кешеләренән шылтыратыуҙар күп булды, улар ҙа үҙҙәрендәге хәлде һѳйләне, ярҙам һораны. Кем ярҙам итте? Ниндәй конкрет саралар күрелде? Ә бит етәкселәр, биләмә башлыҡтары, ауыл старосталары, полиция, хатта дин әһелдәренә тиклем эскелеккә бәйле әшәкелекте күреп йѳрѳй, әммә тауыш күтәрмәүҙе хуп күрәләр - ѳндәшмәй йәшәүе тынысыраҡ та, уңайлыраҡ та. Шул уҡ ваҡытта фанфуриктар, кѳмѳшкә һәм ялған араҡылар үҙҙәренең емергес эшен дауам итә: күпме кеше һәләк була, ғаиләләр тарҡала, эскелеккә бәйле енәйәттәр арта. Ҡасанға тиклем эскеселәргә һәм ялған алкоголь етештереүселәргә ҡарата битараф ҡараш дауам итер?!
Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 10 йылда араҡы һатыу 1,5 тапҡырға кәмегән. Ә ысынында иһә, күпләп араҡы эскән кешеләр тѳрлѳ ауырыуҙарға тарып үлеп бѳттѳ, ә ҡалғандары араҡынан осһоҙораҡ эсемлектәргә күсте. Хәҙер бит хатта кѳмѳшкә аппараттарын магазиндарҙа һаталар - инструкциялары, технологиялары һәм тәмләткестәре менән. Кешеләр кѳмѳшкә ҡыуып эсһендәр тип, үҙең ѳсѳн ҡыуырға ярай, тигән закон да сығарып ҡуйҙылар.
Элек Кѳньяҡ республикаларҙан Рәсәйгә емеш-еләк, сәскә ташыйҙар ине, ә бѳгѳн спирт һәм түбән сортлы араҡы ебәрәләр. Кѳнбайыш илдәре лә беҙгә кәрәкле тауарҙарҙы, санкциялар исемлегенә индереп, һатыуҙан баш тартһалар ҙа, алкоголле эсемлектәрҙе индереүҙәрен дауам итәләр. Хатта ундай эсемлектәрҙе һатыу ѳсѳн махсус сауҙа селтәрен булдырып та ҡуйҙылар. Ә бит беҙ, улар яҡшы йәшәһен ѳсѳн, меңәрләгән саҡрым торбалар үткәреп, уларға нефть һәм газ һатабыҙ. Ошо була инде "ит изгелек - кѳт яуызлыҡ". Быларҙан башҡа ла, һәр бер аҙыҡ-түлек магазинында араҡы-шарап бүлеге эшләп тора, мѳйѳш һайын һыра һаталар. "Башспирт" берекмәһенең алкоголле эсемлектәр менән генә һатыу итеүсе магазиндарын алып ҡараһаҡ, беҙҙең ил кешеһенә иҫерткес эсемлектәрҙе эсмәҫ ѳсѳн ниндәй ихтыяр кѳсѳ талап ителә! Күптәр бындай кѳскә эйә, әммә байтағы, бындай ҡыҫымға ҡаршы тора алмай, эсә һәм бәләгә тарып, һәләк була.
Ҡыҫҡаһы, беҙҙең илдең кешеләрен эскелек һаҙлығына батырыр ѳсѳн ныҡ әҙерлекле, тѳптән уйланылған алкоголь индустрияһы эшләп килә һәм беҙ һуңғы 20-30 йыл дауамында был диверсияның һѳҙѳмтәләрен күрәбеҙ.
Бик аҡыллы Кѳнбайыш күрәҙәсеһе әйтеүенсә, Өсѳнсѳ Бѳтә донъя һуғышында ҡораллы бәрелештәр кѳтѳлмәй, ә ул һуғыш аҡыл һәм психологик алымдар ҡулланып башҡарыла. Ә йылдар дауамында иҫерткес эсемлектәр эсеп, тарта башлаған тәмәкеһен дә ташларға кѳсѳ етмәгән кешелә ниндәй ихтыяр кѳсѳ, ниндәй аҡыл ҡеүәһе булһын? Һѳҙѳмтәһе билдәле.
Авторҙың тулы материалын гәзиттең 48-се һанында уҡығыҙ.