Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Июнь 2019, 20:03

Имен йөрөп ҡайтһындар!

Ҡала автомәктәбендә 14 буласаҡ һалдатты Ватан алдындағы бурысын үтәргә оҙатыуға арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы.

Егеттәрҙе Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Вадим Ҡасим улы Сәйәхов сәләмләп:
- Хөрмәтле призывниктар! Бөгөн һеҙ республика йыйылыу пунктына ғәскәрҙәр сафын тулыландырырға китәһегеҙ. Яҡшы хеҙмәт һәм яҡшы командирҙар теләйем, - тине һәм Андрей Александрович Баженовты Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡыҙылармеец Николай Трапезниковтың 78 йыл үткәндән һуң табылған һөйәктәрен Уҡшуҡ зыяратына алып ҡайтып ерләү эштәрен ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссарының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Контракт буйынса хеҙмәт иткән сержант Линар Сансызбаевич Жанаевҡа Оборона министры приказы менән “Сириялағы хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалын тапшырҙы.
Буласаҡ һалдаттарға Белорет ДОСААФ-ы начальнигы Рәшид Хәмзә улы Таһиров изге теләктәрен еткереп, уларҙың автомәктәптә алған хәрби белемдәренең Ватан алдындағы бурыстарын үтәгәндә һис шикһеҙ кәрәге тейәсәген әйтеп үтте һәм “С” категориялы водитель таныҡлығына эйә булған егеттәргә “Оҙатыу һүҙҙәре” ҡағыҙын тапшырҙы. Шулай уҡ хәрби белемде үҙләштереү осоронда юғары күрһәткестәргә ирешкәне һәм оборона эштәрендә актив ҡатнашҡандары өсөн бер төркөм егеттәрҙе автомәктәптең Почет грамоталары менән бүләкләне.
Читайте нас: