Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Июнь 2019, 20:05

Онотолмай һуғыш ғазаптары...

Донъя тарихын ҡанға батырған Бѳйѳк Ватан һуғышы илебеҙҙең һәр мѳйѳшѳндә үҙ эҙен ҡалдырҙы. Дәһшәтле йылдарҙың мәңге онотолмаҫ хәтирәләре, күңелде әленән-әле боһандырып, быуынданбыуынға, йѳрәктән-йѳрәккә тапшырыла... Әсәйем Мәфтуха Хәйбулла ҡыҙы Ғәлекәйева (Хәтиуллина) күптән гүр эйәһе, әммә ул һѳйләгән һуғыш осоро хәтирәләре һаман күҙ алдында торғандай. Ут эсендә йѳрѳмәһә лә, 14 йәшлек кенә үҫмер ҡыҙҙың шул ваҡытта күргән-кисергәндәре үҙе бер тарих...

Әсәйебеҙ 1928 йылда Шығай ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килгән. Уның атаһы Хәйбулла Хәтиуллин ғүмер буйы ер эшендә тир түгеп, намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн 1940 йылда Мәскәү ҡалаһында ойошторолған Бѳтѳн союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1942 йылдың 17 ғинуарында 4 баланы япа-яңғыҙ ҡалдырып, ғаилә башлығы фронтҡа юллана (әсәләре йәшләй генә үлеп ҡала). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙы ҡарашырға ярҙам иткән ѳләсәләре Сәрбиямал да шул осорҙа вафат була. Бәлиғ булмаған ҡыҙ-улдарын - бер йәшен саҡ тултырған Ишмырҙа ҡустыһын ҡулына алып, шым ғына һеңкелдәгән ун ете йәшлек Мәүлихаһын, донъяларын онотоп уйнар ғына саҡтарында ҡапыл ҙурайышҡан Мәфтухаһы менән Талибын яҙмыш ҡосағына ташлап, ут эсенә кергән атай кешенең күңелендә ҡайнаған кисерештәрҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...
...Ауылдағы бѳтѳн ирҙәр тиерлек һуғышҡа китеп бѳткәс, бар донъя йѳгѳ ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә тѳшә. Мәүлиха менән Мәфтуханың да хеҙмәт юлы иртә башлана. Мәүлиха башҡа тиҫтерҙәре менән бергә йәйен колхозда эшләй, ҡыштарын урманда ағас йыға. Айырыуса ҡышҡыяҙғы айҙарҙа ауырға тура килә. Сатлама һыуыҡтарҙа үтәнән-үтә ел ѳрѳп торған һалҡын, ҡотһоҙ барактарҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың хәле бик мѳшкѳл була. Ѳҫ кейемдәре кибеп ѳлгѳрмәй, йыш киптереүҙән аяҡ кейеме тиҙ туҙа, быймалар - ултыра. Табаны аҡтарылып, бау менән сырмалып бѳткән ботинкалар эсендә аяҡтар тәүҙә иҫ белмәй ѳшѳй, һуңынан иһә баҙлап янырға тотона...
1943 йылда колхозда ер һѳрѳргә кеше табылмай. Бер нисә ҡыҙҙы, шул иҫәптән Мәүлиханы ла, диләнкәнән ауылға ҡайтарып, тракторға ултырталар. Шул кѳндән алып ике тиҫтә йыл тимер аттан тѳшмәй ул. Йәш ҡыҙҙарҙың баҫыу ҡырында күргән-кисергәндәрен ябай тел менән аңлатып биреүе мѳмкин дә түгелдер. Әйләнгән һайын емерелгән тракторҙарҙы ремонтлай алмай кѳсһѳҙлѳктән зар илаған ҡыҙ-ҡырҡын, нисек кенә ауыр булмаһын, эште туҡтатмай (Сермән МТС-ынан килгән тракторсылар “тимер аттар”ҙы йәһәт кенә йүнәтеп китә). Эйе, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелеп, ҡайғырып ятырға форсат булмай һылыуҙарға - уларға бит эшселәрҙе, һалдаттарҙы ашатырға, еңеүҙе яҡынайтырға кәрәк! Ауыр ирҙәр эшенәнме, әллә яҙмыш һынауҙарынанмы, ҡатҡылланған, сыныҡҡан, холоҡ-фиғеле менән сая, ҡурҡыу белмәҫ Мәүлиха, ѳләсәләре үлгәс, бәләкәй туғандарын ҡарап үҫтерә. Һуғыштан һуң да ул тракторист һѳнәрен ташламай, фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн “Сиҙәм үҙләштергәне ѳсѳн” һәм “1941-1945 йылдарҙағы Бѳйѳк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте ѳсѳн” миҙалдары менән бүләкләнә, һәр саҡ ҡәҙер-хѳрмәттә була.
...Һуғыш йылдарында Шығайҙа хат ташыусы булып эшләгән Мәфтуханың да бала сағы йәһәт тамамлана. Үҙ ваҡыты ѳсѳн уҡымышлы, белемле ҡыҙҙы эшкә алыр ѳсѳн, уға йәш ѳҫтәйҙәр. Ул мәлдә почтаны хат ташыусы Сермәндән барып алып, Шығай, Үткәл, Хѳсәйен, Үҙәнбаш ауылдарына таратыр булған. Ѳҫкә ауып барған урман аша ауыр муҡсаһын артмаҡлап, арба юлынан 12 саҡрымды үҫмер ҡыҙ йәйәүләп үтә. Һирәк-һаяҡ ат та биреп ҡуялар. Ул саҡтарҙа айырыуса ҡыуана Мәфтуха, юҡ, һыбай барыуҙан түгел, ә юлдашы булғанға шатлана ҡыҙ (кѳслѳ аттар колхозда хеҙмәт йѳгѳн тартҡас, уға ҡаҡ һѳйәккә ҡалған хәлһеҙен тотторалар, шуға ла малҡайҙы йәлләп, Мәфтуха йүгәненән тотоп ҡына бара).
Түҙеп торғоһоҙ эҫеме, сатлама һыуыҡмы - аҙнаһына ѳс мәртәбә барып урай Сермәнгә: гәзит-хаттар, пенсиялар тарата, шул уҡ мәлдә ѳй беренсә фронтҡа тәғәйенләнгән хаттарҙы ла йыйып ала. Һуғыш мәле булғас, уны һәр йортта кѳтѳп торалар. Ҡайһылай ҙа ҡыуаныслы һуң тере яҡташтарҙан ѳскѳл хаттар тапшырыуы ла, ни тиклем ауыр ҡайғылы ҡара ҡағыҙҙар ташыуы... Шатланғандар менән һѳйѳнәһең, ҡайғырғандар менән илайһың... Бәғзе ваҡыт үлем хәбәрҙәрен тәғәйен ѳйгә илтергә ҡыймай, бер нисә кѳн муҡсаһында йѳрѳтә Мәфтуха. Башын түбән эйеп, йорттарын урап үтергә тырышҡан ҡыҙыҡай артынан, ниҙер һиҙенеп, әсәйҙәр, кәләштәр әҙ йүгермәнеме ни?! Шулай ҙа, ниндәй генә хәбәр йѳрѳтмәһен, һѳйкѳмлѳ ҡарашлы, баҫалҡы Мәфтуханы барыһы ла яҡын күрә, үҙ итә.
...Сермән-Шығай юлында булған хәл ғүмерлеккә күңелендә уйылып ҡалған. Яҙҙың ҡояшлы, сыуаҡ кѳнѳ. Сермәндән почтаны алып, үҫмер тыуған ауылына табан ыңғайлай. Шығайҙан ѳс саҡрымдай ерҙә, тар үҙәктә, тарбаҡай ботаҡтарын киң йәйеп, ҡолас иңләмәҫ меңйәшәр ҡарағас үҫә. Үҙәккә тѳшә башлағас, Мәфтуханы ниндәйҙер аңлайышһыҙ ҡурҡыу тойғоһо биләп ала. Тирә-йүндә шомло тынлыҡ: бер ҡош сутылдаһа, бер япраҡ ҡыштырлаһасы! Янында килгән ат та, ниҙер һиҙенгәндәй, аҙымдарын әкренәйтеп, ҡолаҡтарын ҡайсылатып, бышҡырырға тотона. Күпте күргән мѳһабәт ҡарағас тәңгәленә етәрәк, ҡыҙҙың үткер күҙҙәре үҙенә тоҫҡалған мылтыҡ кѳбәген шәйләй.
Ғәзимә Сөләймәнованың мәҡәләһен гәзитебеҙҙең 50-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: