Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Июль 2019, 14:58

Бүләгебеҙ - Ботайҙа!

Ниһайәт, хѳрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙы йѳрәкһетер, тулҡынландырыр мәл - тѳп бүләк отоусыны иғлан итер сәғәт тә етте. Бихисап тоғро дуҫтарыбыҙҙы ҡыҙыҡтырған электр мейесе Ботай ауылында ғүмер кисергән Рәйфә Хәсән ҡыҙы СӘҒӘҘӘТОВАның ѳлѳшѳнә тѳштѳ.

Һуйыр-Айыс ауылында тыуып үҫеп, биш тиҫтә йылдан ашыу Ботай ауылында тормош кѳткән Рәйфә Хәсән ҡыҙы һәр йәһәттән дә һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ булып сыҡты. 20 йыл Ботай ауыл мәктәбе яны интернатында - тәрбиәсе, 12 йыл һатыусы булып эшләгән ханым үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте, шәфҡәтлелеге арҡылы олоһоноң да, кесеһенең дә ихтирам-хѳрмәтен яулаған. Хәләл ефете Хәкимйән Лоҡман улы менән ҡотло нигеҙҙәр ҡороп, биш сабыйға ғүмер биргән улар. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы йәшләй генә вафат була. Ғәзиздәрен күҙ ҡараһылай һаҡлап, ел-дауыл тейҙермәй ҡурсалап үҫтерә яңғыҙ әсә. Тырышлығының, сабырлығының әжере - үҙ тәғәйенләнештәрен табып, сынъяһау донъялар ѳйгән, 12 ейән-ейәнсәр менән һѳйѳндѳргән балалары.

Йәше ете тиҫтәнән ашһа ла, һис ҡул ҡаушырып ултырмай Рәйфә апай - буҙаһын ҡойорға ла, ҡоротон эшләргә лә, мәҙәниәт йортонда уҙған һәр сараның уртаһында ҡайнап, ҡул эштәре күргәҙмәләрендә ҡатнашырға ла ѳлгѳрә. Уҡымышлы, тәрән фекерле, алтын аҡыллы ил инәһенең донъяуи хәлдәрҙән ситен булмауы, үҙ халҡының яҙмышы, ауыл киләсәге ѳсѳн ихлас борсолоуы һоҡланыу уятты.

- Башҡорт ауылдарының яйлап бѳтѳүе, тыуым кәмеү арҡаһында мәктәптәрҙең ябылыуы, эш юҡлыҡтан йәштәрҙең ситкә китеүе бигерәк аяныс. Беҙҙең заманда һәр ғаиләлә кәмендә биш бала үҫте. Ә бѳгѳн нимә? Йәштәр ни бары бер-ике сабый менән генә сикләнә. Бынан тыш, ауыл менән ҡаланы тоташтырыр рәтле юлдарҙың булмауы, Еҙем йылғаһы аша күперҙең ҡойолоп-тѳшѳп тороуы, мәҙәниәт йортоноң иҫкереүе лә бошондормай ҡалмай. Шулай ҙа, шайтан ғына ѳмѳтһѳҙ, тиҙәр, ейер ризыҡ бѳтмәһә, киләсәктә ыңғай үҙгәрештәрҙе лә күрербеҙ, моғайын, - тип хәстәрҙәре менән бүлеште бүләк отоусыбыҙ.

Үҙ сиратыбыҙҙа, бер миҙгелде лә “Урал”һыҙ ҡаршыламаған ырыҫлы еңеүсебеҙҙе шәп бүләк отоуы арҡылы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: