Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Август 2019, 17:51

Ҡунаҡсыл Ғафури ерендә

Күптән түгел Ғафури районында Гөлфиә Янбаева етәкселегендәге "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһының "Сигеүҙәрҙә - күҙ нуры " тип аталған республика йыйыны булып уҙҙы. Республикабыҙҙың 41 районы һәм Силәбе өлкәһе ағинәйҙәре ҡатнашҡан йыйында беҙгә, Сосновка ағинәйҙәренә, ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Йыйын үтәһе урын бик матур ерҙә - Уҡлыҡая янында урынлашҡан. Тиҫтәләгән тирмә ҡоролған майҙанға семәрле ҡапҡа аша үтәһең. Барып етеү менән беҙҙе һәм Балаҡатай районы ағинәйҙәрен Юлыҡ мәктәбенең тарих һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Миңзилә Нотфулла ҡыҙы оҙатып йөрөнө. Ул итәғәтле, матур әңгәмәсе булыуы менән күңелебеҙгә ятты.

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ағинәйҙәре ҡорған тирмәлә иртәнге сәй менән һыйлағандан һуң бай йөкмәткеле күргәҙмә менән таныштырҙылар, һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙеләр.

  • Мәҡәләнең тулы вариантын "Урал" гәзитендә уҡығыҙ.
Читайте нас: