Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Август 2019, 17:58

Йѳрәк ҡушыуы буйынса

Полицияның патруль-һаҡ хеҙмәте - йәмәғәт именлеген һаҡлаусы тѳп подразделениеларҙың береһе һанала. Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәр саҡ күҙ уңында, шуға ла тап уларҙың эшмәкәрлеге арҡылы бѳтә полиция хеҙмәтенең эше ҡылыҡһырлана ла инде.

  • Патруль-һаҡ хеҙмәтенең тѳп бурысы - ярҙам талап ителгән ерҙә беренсе булыу. Бынан тыш, енәйәттәрҙе профилактикалау, йәмәғәт тәртибен һаҡлау ҙа улар иңендә. Урамда үҙен әхлаҡһыҙ тотҡан, янъял ҡуптарып, кеше тыныслығын боҙған иҫерек граждандарҙы йәмәғәт урындарынан ситкә алып китеү, административ хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау йәғни ауыр енәйәттәрҙе булдырмауға йүнәлтелгән саралар йѳкмәтелгән был хеҙмәткә.
  • Гәзит уҡыусыларҙы таныштырасаҡ бѳгѳнгѳ геройыбыҙ - полиция подполковнигы, патруль-һаҡ хеҙмәтенең айырым рота командиры Булат Йәүҙәт улы Ҡәйүмов та үҙенең карьераһын урам һәм ихаталарҙы патруллек итеүҙән башлаған.
    Сығышы менән Йѳйәк ауылынан ул. Белорет медицина училищеһын тамамлап, Алыҫ Кѳнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 24 йәшлек дәртле егет милицияға эшкә урынлашырға ҡарар ҡыла. Ҡулында медицина хеҙмәткәре дипломы була тороп та, икенсе юҫыҡтағы хеҙмәт һайлауға нимә этәрҙе икән һуң Булат Йәүҙәт улын?
    - Йѳрәк ҡушыуы! Мин әрмелә контракт буйынса ҡалырға теләгәйнем, әммә тәғәйен урынға осоп барып етер ѳсѳн рейстар булманы, - тип ихлас йылмая ул.
    Бер ғауым патруль-һаҡ хеҙмәтендә эшләп алғандан һуң, ѳмѳтлѳ, тырыш егетте бүлек командиры итеп үрләтәләр... Бѳгѳнгѳ кѳндә Булат Ҡәйүмов - 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажы туплаған хѳрмәтле һәм абруйлы полиция подполковнигы, ғаиләһенең ғорурлығы һәм таянысы ла. Хәйер, граждандарҙың именлеген һаҡлауға, мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге, намыҫлы хеҙмәте арҡылы тормошонан мәғәнә тапҡан оло йѳрәкле, булдыҡлы етәксе ҡасандыр дѳрѳҫ йүнәлеш һайлауына, шуның менән бергә тәғәйенләнешен табыуына сикһеҙ бәхетле.

Читайте нас: