Ботайҙа, Егәҙелә уҡығандан һуң, Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайта Ришат ҡусты. Унан һуң металлургия техникумын тамамлай һәм Белорет комбинатына мастер булып эшкә урынлаша. Үҙе һымаҡ эшһөйәр, егәрле, матур Нилә исемле ҡыҙ менән танышып, донъя ҡороп ебәргәндәр. Оло ҡыҙы Диана авиация университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, эшләп йөрөй. Илдар улы шул уҡ университеттың II курсын тамамлаған.
Ришат, хәҙер хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, тормош иптәше менән эшҡыуарлыҡ ме-нән шөғөлләнәләр. Үҙәк баҙар майҙанында һәм универмаг бинаһында магазиндары уңышлы ғына эшләп килә.
Был татыу ғаилә шуныһы менән үҙенсәлекле - улар боронғо йолаларыбыҙҙы һаҡлау, дауам итеү һәм башҡаларға өйрәтеү йәһәтенән бик күп эш атҡаралар. Ришат Хәйҙәр улы йыл да, тыуған ауылына ҡайтып, аяттар уҡыта. Былтыр 100-гә яҡын ауылдашын һәм туғандарын йыйып, аят-доғалар уҡытып, хәйер-саҙаҡалар өләшеп ҡыуандырған ине. Ошо йылдың апрель айында ауылда әруахтар рухына аят бағышланы.
Изге Ҡорбан ғәйете көнөндә Ришат ғаиләһе менән күстәнәстәр тейәп, тыуған ауы-
лына килде. Эре мөгөҙлө малды ҡорбан итеп салып, кәртә эсендәге ҡаҙанда бешереп, ауылдаштарын һәм ҡунаҡтарҙы саҡырҙы. Ауылда яҡын дуҫтары бик күп, бер-береһенә ярҙам итеп, бергә-бергә татыу йәшәйҙәр. Ҡорбан мәжлесе аят, доғалар тыңлауҙан башланып китте. Изге байрамды һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл артында, ҡурай моңо тыңлап үткәрҙек. Боронғо йола буйынса, мәжлес һуңында һәр кемгә ҡорбан итенән өлөш тараттылар.
Уңған, изге күңелле, йомарт ғаиләгә именлек, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Туғандары исеменән Мөхәмәт ТҮЛЕБАЕВ.