Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Август 2019, 12:11

Көслөләр һәм етеҙҙәр байрамы

Ҡаланың Металлургтар майҙанында Физкультурниктар көнө билдәләнде. Һаулыҡ һәм йәшлек байрамында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Иван Лавренов, спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкина һәм спорт ветерандары ҡатнашты.

Владислав Геннадьевич ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһағандан һуң, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың указына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалдары менән спорт ветерандары - тау саңғыһы буйынса республиканың иң яҡшы тренеры Вячеслав Астаховты, Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса биш тапҡыр чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 2008 йылда үткән Рим марафоны еңеүсеһе, ѳс Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Галина Богомолованы, Башҡортостандың атҡаҙанған спорт хеҙмәткәре, Республиканың физик культура һәм спорт алдынғыһы Валентина Носованы, Башҡортостандың атҡаҙанған спорт хеҙмәткәре Николай Пантелеевты һәм спорт мәктәбенең пуля менән атыу тренеры, Рәсәй һәм Республика кимәлендә үткән ярыштарҙа күп тапҡыр призерҙар һәм еңеүселәр тәрбиәләгән Анатолий Посаженниковты (һүрәттә), спорт мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Галина Рыжкинаны, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Татьяна Сенченконы бүләкләне. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара ярыштарының күп һанлы еңеүсеһе Лилиә Шобуховаға, спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса тренеры Павел Соколовҡа, шайбалы хоккей буйынса тренеры Павел Сергеевҡа, спорт ветераны, районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы, еңел атлетика буйынса ярыштар ойоштороусы Сергей Залавинға тапшырылды. Ҡотлау һүҙҙәре менән Иван Лавренов, Галина Рыжкина һәм Сергей Залавин сығыш яһаны. “Тигр” хәрби көрәш клубына йөрөгән йәш спортсылар үҙ һөнәрҙәрен күрһәткәндән һуң, бѳтәһе лә дәртле кѳй аҫтында “Движение” фитнес клубы тренерҙары етәкселегендә физкультура эшләне. Сараны саңғы роллеры, еңел атлетика буйынса ярыштар һәм спорт конкурстары дауам итте. Байрам һуңында барлыҡ ҡатнашыусыларға татлы приздар таратылды.
Читайте нас: