Сара "Файҙалы ялды һайла!" республика акцияһына ярашлы уҙғарылды. Унда Мәктәптән тыш эштәр үҙәге, Йәш натуралистар станцияһы, ҡаланың спорт мәктәбе, Туризм үҙәге педагогтары үҙҙәрендә эшләп килгән төрлө түңәрәктәр, секцияларҙың эше менән таныштырҙы, балаларға буш ваҡыттарын ҡайҙа һәм нисек файҙалы үткәреү юлдарын күрһәтте, теләгәндәр ептән ҡурсаҡ эшләргә өйрәнде.
Үҙәктең психологы Илзирә Төхвәтуллина ата-әсәләргә кәңәштәр һәм мәғлүмәт бирһә, хеҙмәт дәресе инструкторы Виктория Касанова балалар менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Улар китап араһына сағыу төҫлө һалғыс эшләне, үҙ ҡулдары менән башҡарған эштән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Был көндө "Ғаилә фотоһы" конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Ә махсус палаткала үҙенсәлекле "Мәктәп йәрминкәһе" эшләне. Унда бушлай уҡыу әсбаптары һәм кейемдәр менән алышыу мөмкинселеге булды.