Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Август 2019, 13:29

Бәшмәксенең хәтер янсығына

Бәшмәк йыйыуҙы "тыныс һунар" тип тә йѳрѳтәләр. Был осор августан алып сентябрь уртаһына тиклем дауам итә. Тимәк, әле һунарҙың иң ҡыҙыу мәле. Күптәргә бәшмәктең аҡһымға, В1, В2 һәм D витаминдарына, селен, калий, фосфор, йод, антиоксиданттарға бай булыуы мәғлүм. Составында холестирин булмауы ла файҙаға ғына. Бәшмәкселәргә тағы ла түбәндәгеләрҙе белеү шарт.

Нисек һәм ҡайҙа йыйырға?
Төп ҡағиҙә - үҙегеҙ яҡшы белгән, ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе йыйыу. Урманға барыр алдынан Интернеттан йәки китаптан бәшмәктәрҙең төрҙәре менән яҡшылап танышығыҙ йәки был йәһәттән тәжрибәһе булған кеше менән йыйығыҙ. Ҡортло йәки иҫкергән бәшмәктәргә бөтөнләй теймәгеҙ, сөнки улар ағыулы матдәләргә эйә. Шулай уҡ оло юл буйында һәм сәнәғәт предприятиелары, ағыулы химикаттар менән эшкәртелгән ялан эргәһендәге бәшмәктәрҙе ашау хәүефле, сөнки улар губка ише һауалағы һәм ерҙәге бөтә бысраҡты үҙенә һеңдерә.
Бәшмәктәрҙе тимер биҙрәгә һалмағыҙ, улар тиҙ әселәнә. Иң яҡшыһы - пластик биҙрә йәки сыбыҡтан үрелгән кәрзин ҡулланыу. Ә бына целлофан пакетта һауа етешмәү арҡаһында улар тиҙ боҙола. Ағыулы бәшмәктәрҙе ҡулығыҙға алмағыҙ һәм сей килеш тәмләп ҡарағанда ашарға яраҡлы бәшмәктән дә ағыуланырға мөмкин икәнде онотмағыҙ.
Ҡулланыу тәртибе
Бәшмәкте балаларға ашатырға тәҡдим ителмәй, табиптар аҙыҡ эшкәртеү системаһы көсһөҙ булған кешеләргә лә уларҙы бик һаҡ ҡулланырға ҡуша. Бәшмәктең составында күҙәнәктәр булыуы арҡаһында уны организм ауыр эшкәртә. Ул ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуҙы яйлата, шунлыҡтан башҡа ашаған аҙыҡтарҙың да эшкәртелеүенә тотҡарлыҡ килтерә.
Ыңғай яғы ла юҡ түгел: антиоксиданттарға бай булыуы һѳҙѳмтәһендә ҡартайыуҙы яйлата һәм иркен радикалдарҙы нейтралләштерә, ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тотоуға булышлыҡ итә.
Ағыуланыу билдәләре һәм беренсе ярҙам

Бәшмәк ашап ағыуланыуҙың төп сәбәбе - яҡшылап белмәгәндәрен, ағыулыларын йыйыу, шулай уҡ дөрөҫ эшкәртмәү. Ағыуланыуҙың беренсе билдәләре уны ашағандан һуң бер-ике сәғәттән беленә. Күңел болғана, эс ауырта, ҡоҫтора, эс китә, ауыр осраҡтарҙа баш ауыртыу, температура күтәрелеү, тартышыу, пульс һирәгәйеүе, тауыш юғалыуы, күреү һәләте кәмеүе күҙәтелә. Бауыр һәм бөйөрҙәрҙе зарарлаусы бәшмәктәр ағыуының тәьҫире 8-48 сәғәттән һуң ғына күренә. Мухомор һәм иблес бәшмәге (сатанинский гриб) менән ағыуланғанда һаташыу һәм галлюцинациялар булыуы ихтимал. Быларҙы күреү менән шундуҡ тиҙ ярҙам саҡыртығыҙ!
Табип килгәнсе зыян күреүсене түшәктән торғоҙмаҫҡа, токсиндарҙы тиҙерәк сығарыу өсөн күп итеп һыу эсерергә кәрәк. Шулай уҡ ваҡ-ваҡ йотомдар менән 4-5 стакан ҡайнаған һыу йәки марганцовканың көсһөҙ иретмәһен эсереү зыян итмәҫ. Тел төбөнә ҡалаҡ һабы йәки бармаҡ менән баҫып, кѳсләп ҡоҫорға. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатларға. Әгәр ағыуланыу былай ҙа ҡоҫторһа, ул саҡта өҫтәмә рәүештә ҡоҫоу кәрәкмәй. Ағыуҙы эсәктәрҙән сығарыу өсөн сорбент (10 төймә активлаштырылған күмер йәки 1 аш ҡалағы энтерогель), смекта бирергә мөмкин.
Эшкәртеү һәм һаҡлау ваҡыты
Бәшмәктәрҙе йыйғандан һуң 4 сәғәт эсендә эшкәртегеҙ. Тиҙ боҙолоу сәбәпле, улар ағыуланыу сығанағына әйләнеүе бар. Ваҡытығыҙ булмаһа, уларҙы һалҡын тоҙло һыуға һалығыҙ. Был осраҡта 12-14 сәғәт һаҡларға мөмкин. Бәшмәктәрҙе таҙартҡас, һыуҙы ҡайнатырға һәм тоҙ өҫтәргә (2 литр һыуға 1 аш ҡалағы иҫәпләнә) һәм унан һуң ғына бәшмәктәрҙе һалып ҡайнатырға. Ҡайнатыу ваҡыты уларҙың төрөнә ҡарап билдәләнә, күп осраҡта был 30 минут тәшкил итә. Алюмин кәстрюлде ҡулланыу тыйыла. Был металда әҙерләү бәшмәктәге витаминдарҙың юҡҡа сығыуына, ҡарайыуына килтерә. Бешерелгән йәки быҡтырылған килеш һыуытҡыста 24 сәғәткә тиклем һаҡларға була. Маринадланған бәшмәктәрҙе һуты менән бергә бирмәгеҙ, сөнки маринад бәшмәктәге ағыуҙы “тартып” сығарыу һәләтенә эйә.
Бәшмәктән солянка
1 кг бәшмәк, 500 г кәбеҫтә, 500 г помидор, 300 г кишер, 150 г үҫемлек майы, бер ҡалаҡ аш һеркәһе алына.
Бәшмәкте йыуып таҙартҡас, эреләрен турап, ваҡтарын шул килеш 10-15 минут самаһы бешерергә, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр ҙә ҡушырға була.
Йәшелсәләрҙе һалма кеүек ваҡ ҡына итеп турарға. Һуған менән кишерҙе табала ҡыҙҙырырға, помидор, кәбеҫтә өҫтәп, ҡалған майҙы һалып, тоҙ һибергә кәрәк. Ошо ҡатнашманы һүрән утта 20-25 минут тотҡас, бәшмәкте өҫтәп, тағы 30 минут быҡтырырға. Әҙер булырға биш минут ҡалғас, тәмләткестәр: лавр япрағы, борос, аш һеркәһе һалына. Тағы ла 10-15 минут самаһы ҡайнатып алырға. Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.


Читайте нас: