Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Сентябрь 2019, 15:05

Төрлө саралар үткәрелә...

Каникулдар бөтөп, мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылы башланып та китте. Беҙ, китапханасылар, үҙ эшебеҙҙе дауам итеп, балаларҙы яңы китаптар менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп алғанбыҙ. Ошо көндәрҙә ҡала лицей-интернатының III һәм IV класс уҡыусыларына күтәнәстәребеҙ - яңы китаптар менән ҡунаҡҡа барҙыҡ һәм танышыу, китаптарға байҡау сәғәттәре үткәрҙек.

Балаларҙың хәлдәрен, нисек ял итеүҙәрен, ниндәй ҡыҙыҡлы китаптар уҡыуҙарын һорашып сыҡҡас, бәләкәстәр өсөн яҙылған ѳр-яңы, сағыу төҫлө китаптарыбыҙ менән таныштырыуҙан башлап ебәрҙек. Айһылыу Йәғәфәрованың "Сәпәкәй" исемле китабына башҡорт фольклорына, ижадына таянып яҙылған, шиғырҙар, "Һунарсы" һәм "Сыбар тауыҡ байрамы" әкиәттәре индерелгән. Киләһе күстәнәсебеҙ - Нажиә Игеҙйәнованың ҡыҙыҡлы хикәйә, әкиәттәрҙән торған "Һандуғас моңо" китабы булды. Шулай уҡ Сәрүәр Сурина "Биҙәктәрҙе кем яһаған?" китабында балаларға әкиәт күстәнәсен тәҡдим итә. Ә бына Гѳлсирә Шафиҡованың "Йондоҙло хыял" китабын рәссам Д. Мөхәмәтйәров һәр бер шиғыр һәм бәләкәй хикәйәләрҙең темаларына арналған матур, сағыу һүрәттәр менән биҙәй. Уҡыусылар менән төрлө уйындар ойошторолдо, йомаҡтар сиселде. Сара һуңында күп кенә китаптар балаларҙың буш ваҡытында уҡыу өсөн ҡалдырылды.

Терроризмға ҡаршы көрәш көнө уңайынан ошо уҡ лицей-интернат уҡыусылары менән "Беслан...Хәтерләйбеҙ...Ҡайғырабыҙ..." тип аталған хәтер сәғәте үткәрҙек. Беҙҙең Рәсәйҙә был көн 2004 йылдың 1-3 сентябренең ҡот осҡос ваҡиғалары менән бәйләнгән. Йыл һайын был ваҡиғалар тураһында беҙ китап уҡыусыларыбыҙҙың иҫтәренә төшөрөп торабыҙ, күргәҙмәләр әҙерләйбеҙ, төрлө йөкмәткеле иҫкәрмәләр таратабыҙ. Быйыл хәтер кисәһен Бесланда булып үткән ваҡиғалар менән бәйләнек. Презентация ҡулланып, унда булған фажиғә тураһында һөйләнек, әңгәмәлә балалар ҙа бик әүҙем ҡатнаштылар, һәр береһе үҙ ҡарашын белдерҙе, бындай хәлдәрҙең башҡаса бер ваҡытта ла булмауын теләнеләр. Сара барышында балалар өсөн әҙерләнгән "Быны балалар белергә тейеш!" тигән иҫкәрмәләр таратылды, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырылды.

Сара һуңында ошо ҡот осҡос ваҡиғалар ваҡытында һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ.

Читайте нас: