Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь 2019, 16:52

Кѳҙ муллығы - йәрминкәлә

Ай-һай, кѳҙгѳ уңышҡа ғәжәп ҡылырлыҡ! Иртә яҙҙан кѳҙгә тиклем ҡара тиреңде сығарған ер-баҡса эштәренең һѳҙѳмтәле һәм бәрәкәтле булыуы бигерәк тә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә күҙгә салына.

Үткән ял кѳндәрендә ҡала автовокзалы эргәһендәге майҙансыҡта ойошторолған кѳҙгѳ йәрминкәлә лә, ана, ниҙәр генә юҡ: ҡояшта йылтырашҡан баллы алма-грушалар, арбуз-ҡауындар; хуш еҫле бал, дарыу үләндәре; картуфтың тѳрлѳ сорттары, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, һутлы помидор-боростар, кәбеҫтә-һуған, кишер, сѳгѳлдѳр - һәммәһе лә емерелеп уңған! Айырыуса бал һатыусылар күп икән. Һәр ҡайһыһы үҙ ризығын маҡтап, саҡырып ҡына тора.

- Умартасылыҡ менән шѳғѳлләнеүебеҙгә 30 йылдан ашыу. Үҙемә икенсе йыл 80 тулырға тора, шулай ҙа бының ише йәрминкәләрҙән ҡалған юҡ. Йүкә балыбыҙ Бѳрйән районында тотҡан умарталарҙан. Уның 3 литрлыҡ банкаһы 2400 һум торһа, 1 литрлығы 700-800 һум. Сәскә балы бер аҙ осһоҙораҡ - 1 литры 600 һум. Кеше шулай уҡ ҡомоҡҡан, йәғни шәкәрләнгән балды ла һорай. Уны икмәккә һары май кеүек яғып ашаһаң, ғәләмәт тәмле бит ул. Балдан тыш, һатыуҙа прополис та бар: бер йомарламы - 100- 150 һум тирәһе. Теш һыҙлағанда, тамаҡ ауыртҡанда имеп йѳрѳһәгеҙ, шифаһын шундуҡ тойорһоғоҙ, - тип үҙ продукцияһы менән таныштырҙы Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Кѳҙ муллығы - йәрминкәлә килгән Дамир Мѳхәмәткәбир улы Ейәнсурин.

Ҡыш яҡынлашыуына ишаралап, халыҡҡа үҙҙәре етештергән йылы быйма-сүбәктәр, һарыҡ йѳнѳ тәҡдим иткән Үрге Әүжән ауылы шәхси эшҡыуары Виктор Витушкиндың да (һүрәттә) сауҙа эше кѳйлѳ бара. Сигеүле сағыу быймалар тирәһендә ѳйѳрѳлгән инәйҙәр уларҙың йомшаҡлығына, матурлығына һоҡланып бер була.

- Үрге Әүжән быйма етештереү цехы ябылғас, уны приватизацияланыҡ. Үҙемдең был ѳлкәлә 32 йыллыҡ эш тәжрибәм бар. Бѳгѳнгѳ кѳндә халыҡтан һарыҡ йѳнө йыйып, бына ошондай йылы әйберҙәр етештерәбеҙ, - тип ихлас йылмая Виктор Васильевич.

Йәрминкәгә килеүселәр осһоҙ
хаҡҡа тәҡдим ителгән йәшелсәемештән тыш, ыҫланған балыҡ,
емеш-үләндән эшләнгән файҙалы
эсемлектәр, ҡайнатмалар, оҫта ҡулдар яһаған ултырғыс-тәпәндәр, баҡса ѳсѳн емеш ҡыуаҡтарын да һатып
алды был кѳндѳ.
Читайте нас: