Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь 2019, 14:25

Урмандарға барһаң... абай бул!

Тау-урмандар ѳҫкә ауып килгән ғәжәйеп тѳйәкте һайлап, ата-бабаларыбыҙ һис яңылышмаған. Ерле халыҡты кәсепле лә, ризыҡлы ла иткән, ел-дауылдарҙан ҡалҡан булған йәшел мѳхиттән йыл әйләнәһенә тиерлек сығышмайбыҙ. Шулай ҙа урманда - беҙ ҡунаҡ, уның үҙ хужалары, ҡанундары барлығын оноторға ярамай. ...Бынан йыл ярым элек бер тѳйәктәшебеҙҙең урманда ике балалы инә айыуға тәл булып, тиңһеҙ алыштан имен ҡотола алыуы мѳғжизәгә тиң. Аҙаматлы ир-егеттең башынан үткәндәрҙе йылмайып-кѳлѳп тыныс ҡына бәйән итеүе лә ғәжәп ҡылырлыҡ (һѳйләүсемдең теләге буйынса, исем-шәрифен сер итеп ҡалдырам).

- Апрель аҙаҡтары ине. Урман гиҙгән саҡта, минән әллә ни йыраҡ та түгел ерҙә, ике балалы инә айыу күҙгә салынды. Шым ғына ҡасыр урынға, иреп бѳтмәгән ҡар ѳҫтѳндә януар эҙҙәрен ҡарарға булып киттем. Был аҙымдың дыуамал икәнлеген аңланым, әлбиттә, әммә һуң...
...Ҡапыл пәйҙә булған ят әҙәмдән үҙ тоҡомон ҡыҙғанып, инә айыу оторо ажарланды: ѳҫтѳнә менеп килгән ғәйрәтле хайуанға бысаҡ менән һелтәнгән ирҙең ҡулын һындыра тешләп, бар кѳсѳнә уны ергә атып бәрҙе. Ҡот осҡос ауыртыуҙан иҫе юйылыр хәлгә еткән Сәйәр (авт. исеме үҙгәртелде), януарҙың йѳрәк тәңгәлен тоҫмаллап, бысағын усына нығыраҡ ҡыҫты һәм... уныһының һабы ғына тороп ҡалыуын шәйләне. Аһ, хәйерһеҙ, ҡоралғынаһы һынған бит! Йән асыуына ҡысҡырып ебәргән ирҙең тауышы хайуанды ѳркѳттѳ, ахырыһы, ул ситкә тайшанды. Аҡтыҡ кѳсѳн йыйып, шул арала аяғына баҫып ѳлгѳрҙѳ лә инде Сәйәр. Балаларынан күҙ яҙлыҡтырмаған инә айыуҙың ике арала сабып йѳрѳүенән файҙаланып, яйлап ҡына артҡа сигенде. Дошманына әленән-әле һѳжүм иткән инә лә, әҙәм затының тоҡомонан апаруҡ алыҫлашыуын күреп, ниһайәт, тынысланды булһа кәрәк... Үткер ҡаҙыҡ тештәрҙән, кѳслѳ тырнаҡтарҙан лыс ҡан булған Сәйәр, машинаһына ултырып, ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды...
- Бәйләнеш булған ерҙә иптәштәргә шылтыратып, хәлемде аңлаттым. Улар мине ҡаршылап, тиҙ арала Белорет дауаханаһына илтеп ҡуйҙылар. Әлбиттә, барлыҡ планлы операцияларын ташлап, ауыр хәлдә килгән пациентҡа тейешле ярҙам күрһәткән, ҡотҡарып алып ҡалған табиптарға мең рәхмәтлемен. Үҙ ғүмерем ѳсѳн түгел, иң элек 90-ға етеп килгән атай-әсәйем ѳсѳн борсолдом. Ҡартайған кѳндәрендә насар яңылыҡ ишетеү уларҙы, һис шикһеҙ, аяҡтан йығыр ине...
Айыуҙан таланып, ауыр хәлдә дауаханала ятыуын да яҡындарына әйтмәй Сәйәр ағай. Әрме сафында хеҙмәт иткән улы ла был хәл тураһында ҡайтҡас ҡына ишетә...
Эйе, беҙҙең тау-урманлы тарафтарҙа ҡырағай хайуандар менән осрашыу һирәк күренеш түгел. Хатта айыу, бүре, һеләүһен, ҡабан сусҡаһы кеүек йыртҡыстарға тәл булыусылар ҙа бихисап. Айырыуса йәйле-кѳҙлѳ емеш-еләк, бәшмәк йыйып, донъяларын, шул иҫәптән, һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен онотҡандар барып сыға хайуан ѳҫтѳнә. Айыуҙың яҡын-тирәлә йѳрѳүен һиҙеп тә, емеш сүпләүен дауам иткән дыуамалдар ҙа юҡ түгел. Үкенескә ҡаршы, бындай ғәмһеҙлектең һѳҙѳмтәһен Интернет селтәрҙәре, яңылыҡтар аша күреп-ишетеп торабыҙ...
Тайыш табандың үҙ-үҙен тотошо бер нисә факторға бәйле. Бүтән миҙгелдәргә ҡарағанда, йәйгеһен улар үтә агрессив түгел. Шулай ҙа был осорҙа ла йыртҡыс менән осрашмауың хәйерле.
Урман хужаһы менән юлдар киҫешкәндә нисек тоторға һуң үҙеңде?
Ғәҙәттә, айыу менән осрашыу ике тѳрлѳ сюжет менән үҫешеүе мѳмкин: беренсенән, йыртҡыс кешене шәйләп, уны диҡҡәт менән ҡарай, әммә бер ниндәй ҙә агрессив хәрәкәттәр яһамай; икенсенән, хайуан ташланыу ниәте менән яҡынлай башлай.
Әгәр айыу урынынан ҡуҙғалмаһа: 1) һынығыҙҙы мѳмкин тиклем турайтығыҙ, сѳнки кѳмрәйгән кешелә хайуандар ҡурҡыу һәм үҙ кѳсѳндә икеләнеү тоя. Ипләп кенә ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ - януарҙың күҙ алдында бер башҡа юғарыраҡ күренерһегеҙ; 2) нисек тә тынысланып, ҡурҡыу тойғоһонан ҡотолорға тырышығыҙ; 3) ҡысҡырынмай, тыныс тауыш менән нимә булһа ла һѳйләп, диагональ рәүештә яйлап ҡына артығыҙ менән китә башлағыҙ.
Айыуҙың яҡынайыуы һәр ваҡытта ла хәүеф янауын аңлатмай: уның күҙҙәре насар күрә, шуға ла ул объектты яҡынданыраҡ килеп ҡарап, һуңынан ҡасыуы ихтимал. Күп осраҡта хайуандар үҙ биләмәләренә ингән яттарҙы ҡыуып ебәрергә маташа. Мәҫәлән, шырлыҡ араһында
һайыҫҡан шыҡырлауы, эт ѳрѳүе кеүек ауаздар ишетелһә, һағайырға урын бар, тимәк, яҡында ғына айыу йѳрѳй.
Алдығыҙҙа торған хайуан бик агрессив тойолһа, ул саҡта: 1) йѳҙ түбән ергә ятып, үлгән булып ҡыланырға (арҡала йә ҡабырға ла ятырға ярамай - айыу тырнаҡлы табаны менә тейеп, етди яралауы мѳмкин). Тайыш табан еҫкәнеп, ситкә китһә, ҡапыл тороп йүгереү ҙә ахмаҡлыҡ - айыу күҙҙән юғалғансы ҡымшанмайса ята бирегеҙ; 2) яҡынлашыусы хайуанды шау-шыу күтәреп тә ѳркѳтѳргә була. Ҡул аҫтындағы металл әйберҙәр был йәһәттән бик ҡулай; 3) ташланған януарға ҡаршылыҡ күрһәтеү зарур. Бар кѳсѳңә ярҙам һорап ҡысҡырырға, ҡаршы тороу ѳсѳн таш, ботаҡ, ҡом йәки тупраҡ ҡулланырға мѳмкин. Айыуҙың иң “йомшаҡ” урыны - күҙҙәре, шуның ѳсѳн тап күҙенә тѳбәп һуғыр йә бәрер кәрәк - агрессив ҡаршылыҡтан йәшерәк айыуҙар табан ялтыратыуы бар.
Айыуға тап булғанда нимә эшләргә ярамай? 1) Ташланырға уйы булмаған айыуға таш йә таяҡ ырғытыу; 2) күҙҙәренә тѳбәлеү. Үҙенә текәлгән ҡарашты януар алышҡа саҡырыу кеүек ҡабул итәсәк; 3) киҫкен хәрәкәттәр яһау. Ҡулдар менән һелтәнеү, кәүҙә менән ҡырҡа боролоу ҙа хайуан ѳсѳн агрессия билдәһе; 4) йәшеренергә маташыу. Айыу һеҙҙе барыбер табасаҡ. Был шулай уҡ януарға уның алдында ҡорбан булыуына шәп сигнал да; 5) айыуға ҡарата арҡа менән боролоу. Бындай торошто хайуан һѳжүм ѳсѳн уңай мәл тип һанаясаҡ; 6) ҡасыу. Ғәҙәттә, йыртҡыстан ҡасырға маташыу һәр саҡ уңышһыҙ тамамлана. Хатта соҡорло-саҡырлы урында ла айыу тиҙлеген 60 км/сәғәткә тиклем арттыра ала. Әммә уңышлы ҡасыу мѳмкинлеген дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: иҫ киткес яҡшы физик әҙерлек һәм уңайлы ландшафт булғанда, ҡотолоу ихтималлылығы бермә-бер арта. 7) хайуанға һиҙҙермәйсә яҡынлап, фото тѳшѳргә маташыу - тѳптѳ дыуамал аҙым. Йыртҡыс үҙенә яҡынлашыусыны дошман кеүек ҡабул итеп, һаҡланыу сараһын күрәсәк. Йоҡлап ятҡан януар янында ҡысҡырып һѳйләшеү, фото тѳшѳү шулай уҡ ахмаҡлыҡ. Йоҡо хәлендәге йәнлеккә килеп юлыҡһағыҙ, шым ғына китеү яғын ҡарағыҙ.
Балалы инә айыуға эләгеү ҙә үтә хәүефле. Ул тоҡомон яҡлау ѳсѳн айырыуса агрессив һѳжүм итәсәк. Яңғыҙ айыу балаһына яҡын барыуҙан тыйылығыҙ, сѳнки инә айыу бер ҡасан да үҙ балаларынан алыҫҡа китмәйәсәк.
Ҡулда мылтыҡ йә башҡа ҡоралдың булыуы ла уңышҡа гарантия бирмәй: айыуҙы ҡорал менән генә үлтереүе еңел түгел.
Әлбиттә, айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ, тиһәләр ҙә, емеш-еләк йыйған ерҙә айыу эҙҙәрен күреп, был урындан йәһәт кенә китеү; урманға этһеҙ йѳрѳү (дүрт аяҡлы тоғро дуҫтың ҡылығы айыуҙы енләндереүе ихтимал); тѳнгѳ урманға бармау; ял итеү урындарында аҙыҡ-түлек ҡалдырмау һәм башҡа ябай ғына ҡағиҙәләр бәлә-ҡазаларҙан ситен итер.
Хәйер, йыртҡыс хайуан менән осрашҡанда һеҙҙең именлекте тулыһынса тәьмин итерҙәй кәңәштәр юҡтыр ҙа, әммә ғүмерегеҙ ѳсѳн хәүеф янағанда, ҡырағай йәнлектәргә ҡағылышлы ғилемдәрҙең хәтер һандығында ятыуы зыян итмәҫтер, моғайын.

Читайте нас: