Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь 2019, 14:22

Көҙ байлығы менән

Үҙәнбаш ауылы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары Ололар көнөнә һәм Республика көнөнә арнап йәрминкә үткәрҙе.

Йәрминкәлә баҡсала үҫтерелгән йәшелсәләрҙән тыш милли ризыҡтар ҙа тәҡдим ителде. Уҡыусылар ҡоймаҡ, тәмле-татлы бәрәмәстәр, ҡайнатмалар, салаттар алып килгән. Хатта VIII класс уҡыусыһы Игорь Егупов йәрминкәгә йорт ҡуяны килтергәйне. Шешҡолаҡты 600 һумға һатып алыусыһы ла табылды. Йәрминкә балаларға бик оҡшаны, файҙалы һәм күңелле үтте.
Читайте нас: