Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь 2019, 14:01

Сәскәләрҙә "Тәбиғәт йылмайыуы"

Матур йәйҙәр үтеп, Көҙһылыу һүрән ҡояшы, ямғыр, һыуыҡтары менән килеп тә етте. Көҙҙөң дә бер илаһи матурлығы бар бит. Ағастар, ҡыуаҡлыҡтар төрлөтөрлө төҫтәргә инеп, күҙ яуын алып ултыралар, ә баҡса, парктарҙа, урамдарҙағы көҙгө сәскәләр ниндәй матурҙар!

Бына шундай бер көндө ҡала лицей-интернатының III класс уҡыусылары беҙҙең китапханаға "Тәбиғәт йылмайыуы" тип аталған көҙгө сәскәләр байрамына йыйылды. Был сараға презентация һәм күҙ яуын алып торған көҙгө сәскәләрҙән күргәҙмә әҙерләнде. Сара Г. Шафиҡованың "Сәскәләр" шиғыры менән асылды. Артабан йомаҡ сисеү ысулы менән төрлө баҡса, ялан сәскәләре менән таныштырҙыҡ, уларҙың русса һәм башҡортса нисек аталыуҙары, тәбиғәт үҫентеләренә һаҡсыл ҡарау тураһында әңгәмә үткәрҙек. Балалар тере күргәҙмәләге бөтә булған сәскәләрҙең (32 төрѳнѳң дә) исемдәрен әйтеп бирҙеләр, үҙҙәренең баҡсаларында ниндәй сәскәләр үҫтереүҙәрен һөйләнеләр.

Сара барышында балалар башҡорт шағирҙары Г. Шафикованың, Ф. Суфияновтың, Ф. Ғөбәйҙуллинаның, А. Йәғәфәрованың, З. Камалованың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар, "Сәскәләр байрамы" кроссвордын да дөрөҫ систеләр. Был матур сарала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн класс Грамота, тәмлекәстәр менән бүләкләнде, ә тәрбиәсе Гүзәл Канафинаға Рәхмәт хаты тапшырылды. Байрамды әңгәмә һәм шиғыр юлдары менән тамамланыҡ:
Әгәр мин өҙһәм сәскә,
Әгәр һин өҙһәң сәскә,
Әгәр һәммәбеҙ ҙә
Өҙһәк сәскәне - Яландар буш ҡалыр,
Матурлыҡ юғалыр!
Читайте нас: