Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ноябрь 2019, 21:35

Аяуһыҙ ҙа булған ул йылдар

Үткән быуаттың 30-сы йылдарында башланған сәйәси репрессия 20 миллиондан ашыу кешене һәләк итә. Сермән ауыл хакимиәте етәкселеге, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ветерандар ойошмаһы, аҡһаҡалдар ҡоро йыл һайын Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн ауылда ҙурлап үткәреп килә. Заһир Исмәғилев исемендәге күп тармаҡлы мәҙәни үҙәктә иҫтәлекле сара был юлы ла юғары кимәлдә үтте.

Сара утыҙынсы йылдарҙа ғәйепһеҙгә ҡулға алынып, төрмәгә ултыртылған һәм һуңынан атып үлтерелгән яҡташтар иҫтәлегенә, ауылдаштар көсө менән ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалыу һәм золом ҡорбандарын тын ҡалып, иҫкә алыуҙан башланып китте. Ветерандар ойошмаһы етәксеһе Мостафа Харисов Сермән ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан 50 кешенең репрессияға эләгеүе тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Утыҙынсы йылдарҙа һәм унан һуң да, илдә барған сәйәси аңлайышһыҙлыҡтың халыҡты милләтенә ҡарамай, ҡот осҡос ауырлыҡтарға һәм михнәтле тормош кисереүгә алып килеүе тураһында һөйләп үтте. Ошо сараға саҡырылған ҡунаҡтар - Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан сыҡҡан, заманында Әхмәр ауылында уҡытыусы булып эшләгән, әлеге көндә Учалыла йәшәгән Мөсәғит Шакиров, район Советы депутаты Әмир Мағазов, олатайҙары репрессия ҡорбаны булған Зәлифә Әғләмова, Шығайҙан уҡытыусы-тарихсы Эльвира Сәйәхова, Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар ойошмаһы рәйесе Фәтих Мөхәмәтдинов, хеҙмәт ветераны Әҡсән Ялалетдинов, Аҙналынан Фатима Фәйзуллина һәм башҡалар менән таныштырып үтте.
Нахаҡҡа ғәйепләнеп, мәрхүм булған ауылдаштар иҫтәлегенә бергәләп ағас ултыртҡандан һуң, сара мәҙәни үҙәктә урынлашҡан музейҙа дауам итте. Музей етәксеһе Рәмзиә Мамедова барыһына ла оҙаҡ йылдар дауамында ошонда йыйылған тарихи документтар, экспонаттар, Сермән ауылынан сыҡҡан билдәле кешеләрҙең яҙмыштары, репрессияға эләккән ауылдаштары тураһында бай һәм эстәлекле мәғлүмәт бирҙе. Нахаҡҡа "халыҡ дошманы" мөһөрөн йөрөткән ауылдаштары тураһында һаман да мәғлүмәт йыйыуҙы дауам итеүҙәре һәм үҙҙәре өсөн бик күп тарихи асыш яһауҙары тураһында ла һөйләп үтте. Музейҙа репрессия тирмәненә эләккән, Сермән ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр тураһында бай материал, тарихи документтар тупланып, стендтар эшләнеп, бик ҙур эш башҡарылған һәм был райондың башҡа ауылдарына үрнәк булып тора.
Артабан сара Яныбай Хамматов исемендәге модель китапханала дауам итте. Китапхана мөдире Зилә Фәхрисламова нахаҡҡа хөкөм ителгән тарихи шәхестәр, Сермән ауылынан сыҡҡан өс наркомға - Кинйәбай Хәйретдин улы Ишмөхәмәтов, Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы Дауытов, Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаевҡа, шул йылдарҙа төрмәгә ябылып, атып үлтерелгән билдәле яҙыусыларға арналған күргәҙмә тураһында ентекләп һөйләне. Аҡһаҡал, ошо изге эштәрҙе әйҙәп йөрөүсе Солтан Сиражетдинов репрессия ҡорбандары булған биш ауылдашының исем-шәрифе сермәндәр тарафынан мәңгеләштерелеүе - ауыл урамдарына уларҙың исемдәре бирелеүе тураһында һөйләп үтте. Әлеге ваҡытта Сермәндән сыҡҡан өс наркомға таҡтаташ асырға ниәт итеүҙәре хаҡында ла әйтте. Шулай уҡ район-ҡаланан репрессияға эләккәндәрҙең исемлеген район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы китап итеп сығарһа, бик яҡшы булыр ине тигән теләк тә белдерҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе тиерлек ошо фажиғәле йылдарҙа хөкөм ителеп, атып үлтерелгән туғандары тураһында әсенеп иҫкә алды, ауыр хәтирәләре менән уртаҡлашты. Учалынан килгән Мөсәғит Ғәли улы музейға үҙенең ғаилә шәжәрәһе эшләнгән стенд бүләк итте. Эльвира Сабит ҡыҙы шомло репрессия йылдарында ҡулға алынған Шығай, Әзекәй ауылдары кешеләренең исемлеген туплап, мәғлүмәт йыйыуҙары менән уртаҡлашты. Ләйлә Закир ҡыҙы репрессияға алынған туғандары, үҙҙәренең ғаилә шәжәрәһе, зат-ырыуы тураһында йыйған тарихи документтарҙы барлап, китап сығарыуы хаҡында һөйләне.
Иҫкә алыу көнөн үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәргә, ҡунаҡтарға Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды. Сара барышында бергәләп фотоға төшөп, уны рамаларға ҡуйып, ҡунаҡтарға иҫтәлеккә бүләк итеп тә өлгөрҙө ойоштороусылар. Киләсәктә Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн Сермәндең башҡа ойошмаларында ла үткәрергә, бигерәк тә ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған ошо йылдарҙы йәш быуын белеп үҫһен, бындай аяуһыҙ йылдар башҡаса илебеҙҙә ҡабатланмаһын тигән теләктәр әйтелде. “Урал” гәзитенә яҙылыу барышы тураһында ла һөйләшеү булды. Һуңынан ғәйепһеҙгә хөкөм ителгәндәрҙең рухына имамдар аят уҡыны һәм Сермән ауылы аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе Хәкимйән Хәйретдинов салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ иттеләр.
Читайте нас: