АҠШ ғалимдары һағыҙҙың махсус мускулдарҙы йомшартыу һәләтенә эйә булыуын асыҡлаған. Ә был иһә стрестарҙы кәметеүгә булышлыҡ итә. Шунлыҡтан уны хатта Америка һалдаттарының туҡланыу паегына ла индерәләр.
Британия психологтары иһә һағыҙ хәтерҙе яҡшырта тип ышандыра. Һағыҙ сәйнәгәндә йөрәк эшсәнлегенең ҡыҫҡарыу һәләте арта, ә был иһә ҡанға кислород килеүҙе көсәйтә һәм кешенең хәтере яҡшыра, ти улар.
Табиптар эсәктәренә операция яһалған ауырыуҙарға һағыҙ сәйнәргә кәңәш бирә. Япон табиптары һағыҙҙың эсәклек эшсәнлеген яйға һалырға ярҙам итеүен иҫбатлаған. Эсәклекте дауалау өсөн һағыҙҙы көнөнә 3 тапҡыр, ашағандан һуң 15-20 минут дауамында, сәйнәргә кәңәш ителә.