Бөгөн Ер шарында миллионлаған кеше тәмәке тарта һәм күреү һәләтен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Ғалимдар оҙайлы тикшереүҙәр алып барып, шундай һөҙөмтәләргә килгән: төтөн һурыусылар үҙҙәренең күреү һәләтен, тартмаусыларға ҡарағанда, ике тапҡырға йышыраҡ юғалта. Бының сәбәбе - тәмәкеләге зыянлы матдәләр күп кенә офтальмологик проблемаларға килтерә.
Өлкән йәштәге 2006 кеше араһында һорау алыу шуны асыҡлаған:
тартыусыларҙың 18 проценты ғына тәмәкенең күреү һәләтен юғалтыуға алып килеүен белә. Уның ҡарауы, уларҙың дүрттән өс өлөшө (76 процент) тартыуҙың яман шешкә килтереүе мөмкин икәнлеге хаҡында хәбәрҙар икән.