Ҡан баҫымы күтәрелмәһен, варикоз, атеросклероз барлыҡҡа килмәһен һәм ҡан әйләнеше боҙолмаһын өсөн ҡан тамырҙарын таҙартып торорға кәрәк.
Бының өсөн түбәндәге рецепты ҡулланырға кәңәш итәбеҙ: 100 гр укроп орлоғона 2 аш ҡалағы төйөлгән валериан тамыры ҡушып, өҫтөнә 2 литр ҡайнар һыу ағыҙабыҙ һәм бер аҙ һыуынғас, 2 аш ҡалағы бал өҫтәп, яҡшылап төрөп ҡуябыҙ. Бер көн төнәткәс, эсергә лә була.
Ашарҙан ярты сәғәт алда берәр аш ҡалағы эсегеҙ. Дауаланыу курсы - 20 көн. Аҙаҡ 10 көн тәнәфес яһап, тағын бер курс ҡабатларға.