Роспотребнадзор белгестәре әйтеүенсә, һауыт-һаба йыуа торған губканы аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла яңыһына алыштырып торорға кәрәк. Сөнки оҙаҡ ҡулланған губкала 360 төрлө бактерия йәшәргә мөмкин. Уның тышҡы яғында ла, эске яғында ла ҡурҡыныс микроорганизмдар ҡайнаша һәм улар ваҡыт үткән һайын артып тора икән. Бактериялар сәләмәтлек өсөн зыянлы, төрлө ауырыуҙар, инфекциялар (киҫкен эсәк ауырыуҙары, стафилококк) килтереп сығарыуы мөмкин.
Ғалимдар әйтеүенсә, ҡурҡыныс бактериялар раковинала, өҫтәлдә, тураҡлау таҡтаһында, һыуытҡыс тотҡаһында ла күптәп оялай. Шуға күрә, һәр ерҙе көн дә дезинфекциялап, йыуып, ҡоротоп торорға кәңәш ителә. Ҡоро ерҙә бактериялар тиҙ үрсемәй. Аш бүлмәһе таҫтамалын һәм өҫтәл сепрәктәрен дә аҙнаһына бер тапҡыр йыуырға кәрәк.