Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2019, 19:05

Инжир бик файҙалы

Ҡандың составын көйләп, уны ҡуйыртырға ирек бирмәй торған эфир майҙары булғанға инжирҙы икенсе төрлө аспирин тип тә атайҙар.

Ҡандың составын көйләп, уны ҡуйыртырға ирек бирмәй торған эфир майҙары булғанға инжирҙы икенсе төрлө аспирин тип тә атайҙар.
Ай дауамында һәр көндә берәр инжир ашаһағыҙ, дарыу эсергә лә кәрәкмәҫ. Дауаланыу курсын бер айҙан ҡабатлағыҙ.
Температура юғары булғанда, ангина, бронхит ваҡытында бер аш ҡалағы ваҡлап туралған инжирға ике стакан ҡайнар һыу һалып, ун минут яй утта ҡайнаталар. Һөҙөп алып, көнөнә дүрт тапҡыр эсәләр. Хәлһеҙлек, арығанлыҡ һиҙелгәндә, бер стакан йылы һөткә инжир һалып эсегеҙ.
Инжир баш мейе эшсәнлеген дә яҡшырта.
Бутерброд урынына инжирҙан яһалған салат ашаһағыҙ, эсегеҙ ҙә ауыртмаҫ, йөрәгегеҙ ҙә яҡшы эшләр.
Салат өсөн 300 г инжир, 150 г ҡара емеш, 2,5 аш ҡалағы миндаль сәтләүеге, бер стакан кефир, бер әфлисун ҡабығы кәрәк буласаҡ.
Инжир менән ҡара емеште, сәтләүекте ваҡлап турағыҙ, ваҡлап туралған әфлисун ҡабығы менән кефир һалып болғатабыҙ. Шәкәр ҡушырға кәрәкмәй.
Читайте нас: