Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь 2019, 18:50

Магазинда артыҡ аҡса ҡалдырмайым тиһәгеҙ

Ҡалала ғына түгел, район үҙәктәрендә лә яңы сауҙа селтәрҙәре әленән-әле асылып тора. Аҡсаң булһа, күңелең ни теләй, шуны һатып алырға мөмкин.

Ҡалала ғына түгел, район үҙәктәрендә лә яңы сауҙа селтәрҙәре әленән-әле асылып тора. Аҡсаң булһа, күңелең ни теләй, шуны һатып алырға мөмкин.
Эксперттар әйтеүенсә, Европала супермаркетҡа үҙенә киткән сығымды аҡлар өсөн 10 йыл кәрәк, ә Рәсәйҙә, йыл ярым ваҡыт та етә. Сәбәбе нимәлә? Сере ябай: тауарҙы етештереүсенән һатып алыу һәм уны магазинда һатып ебәреү хаҡы араһындағы айырма, йәғни сауҙа ҡуйған өҫтәмә хаҡ (наценка), Рәсәйҙә сит илдәр ме-нән сағыштырғанда, унар тап-ҡыр юғарыраҡ икән. Уларҙа уртаса - 10-12 процент булһа, беҙҙә - 100-150 процент! Беҙҙәге ҡайһы бер сауҙа селтәрҙәре аҙыҡ-түлек, тауарҙарға етештереүселәр ҡуйған хаҡты 100 генә түгел, хатта 300 процентҡа тиклем арттыра икән. Шулай булғас, иң эре сауҙа селтәрҙәренең йыллыҡ әйләнеше 1,5 триллион һумға тиклем етә. Сауҙа селтәрҙәре етәкселәре бына шулай еңел килгән табыштарын сит илдәрҙәге иҫәптәргә сығара бара. Ә шул ваҡытта ябай һатып алыусылар тиндәрен һанай...
Магазинда артыҡ аҡса ҡалдырмайым тиһәгеҙ, бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк:
► беренсенән, күҙгә бәрелеп тормаған кәш-
тәләргә иғтибар итегеҙ. Ғәҙәттә уларға, алдыңда булғандарға ҡарағанда, наценкаһы әҙерәк тауарҙар ҡуйыла;
► икенсенән, мөмкинлегегеҙ булһа, смартфонығыҙға бар магазиндарҙағы тауарҙарҙың хаҡтарын билдәләүсе махсус ҡушымталар (улар күп һәм төрлө) ҡуйығыҙ һәм хаҡтарын сағыштырығыҙ. Ҡайһы супермаркет һеҙҙең өсөн отошло икәнлеген шулай белергә мөмкин;
► өсөнсөнән, интернет-магазиндарҙағы хаҡтарҙы тикшерегеҙ. Һеҙгә кәрәкле тауарҙың унда осһоҙораҡ булыуы ихтимал.
Ә һеҙ беләһегеҙме?
Беҙҙең илдә киң таралған сауҙа селтәрҙәренең күбеһе рәсми рәүештә сит илдә теркәлгән:
“Ашан” - Францияла, “Пятёрочка”, “Перекрёсток”, “Мир продуктов”, “Семья”, “Карусель”, “Копейка” - Нидерландияла; “Магнит” - Кипрҙа, “Метро” - Германияла,“Лента” - Виргин утрауҙарында.
Читайте нас: