Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь 2019, 19:05

«СтройКа» гипермаркеты алтынсы һатып алыусыһын автомобилле итте

Ҡала-район халҡы араһында танылыу яулап өлгөргән «СтройКа» гипермаркеты вәғәҙә иткән сираттағы лотерея уйынын уйнатты.

Белорет ҡала-район, яҡын тирә Учалы, Бөрйән, Әбйәлил райондары халҡын төҙөлөш, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин иткән гипермаркет бер нисә йыл эсендә киң билдәлелек яулап өлгөрҙө. Тауарҙар ассортименты бай һәм киң булған төҙөлөш гипермаркетында байрам уңайынан, хаҡлы ялдағылар өсөн ташламалар ҡаралған, даими төрлө акциялар ойошторола. «СтройКа»ла һатып алыусыларға уңайлы шарттар тыуҙырылған, бында эшен еренә еткереп үтәгән, һатып алыусылары менән йылы мөғәмәләлә булған тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләй. Юҡҡа ғынамы ни, ауыл халҡы ла хәҙер һыналған гипермаркетына ғына мөрәжәғәт итә. Ә улар бихисап. Быға сираттағы лотерея уйынында инандыҡ. Һатып алыусылары араһында уйнатылған лотерея уйынына райондың Инйәр, Сермән, Егәҙе, Николаевка һәм башҡа төбәктәренән һатып алыусылар бәхеттәрен һынап ҡарарға йыйылды был көндө.
Һәр ваҡыттағыса «СтройКа» гипермаркеты байрамға ныҡлы әҙерләнгән. Күңелле көй, шарҙар, персонаждар халыҡты әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып тора. Теләгәндәр йылы сәй, тәмлекәстәр менән һыйланды.
Алып барыусы уйынды иғлан итеү менән, йыйылыусылар купондарын устарына йомарлап тотоп, исем-шәрифен йә иһә теләгән һандарын ишетергә йыйынды. Саңһурҙыртҡыс, ит турағыс, һауа таҙартҡыс, үтек, фен, электр сәйнүктәре һәм башҡа көнкүреш техникаһы менән бер рәттән 500, 1000, 3000 һумлыҡ сертификаттар ҙа уйнатылды. Ҡайһы бер бәхетлеләр икешәр бүләк алып ҡыуанды.
Лотерея уйынында балалар ҙа ихлас ҡатнаша. Был юлы ла ойоштороусылар традициянан ситкә тайпылманы, лототрондан купондарҙы малай-ҡыҙҙар тартып сығарҙы. Мәктәп уҡыусыһы Нәйлә лә тап әсәһенең купонын тартып сығарып, ғаиләне үтекле итте. “Ҡыҙыбыҙҙың бәхетле купонды тартып сығарыуы тәүге тапҡыр ғына түгел. Ғаиләбеҙ өсөн тәғәйен бүләкте икенсе тапҡыр сығарҙы инде”, - тип шатлана бәхетле әсә.
Көнкүрештә кәрәкле техника, сертификаттар (барлығы - 23 бүләк) уйнатылғандан һуң, төп бүләктәр - ҙур төҫлө телевизор, 50 мең һумлыҡ юллама һәм “LADA Granta” автомобиленә ла сират етте. Йыйылыусылар араһында көсөргәнеш тә бермә-бер артты. Телевизор һәм юллама хужаларын тиҙ тапты. Бәхетле бүләк эйәләре - Светлана Ермилова, Дмитрий Игнатенко булды. Ә бына, автомобиль хужаһы лототронды бер әйләндереүҙән генә сыҡманы әле. Тәүге сыҡҡан бәхетле купондың хужаһы килмәү сәбәпле, ҡабаттан әйләндерергә тура килде. Һәм, ниһайәт, йыйылыусылар араһында шатлыҡлы ҡысҡырыу. “СтройКа” гипермаркеты ойошторған лотерея уйынының алтынсы автомобиль отоусыһы - Егәҙенән Рөстәм Аҙнабаев атлы ир-уҙаман булып сыҡты ул. Наилә һәм Рөстәм Аҙнабаевтар төкәтмә төҙөү өсөн “СтройКа” гипермаркетынан төҙөлөш тауарҙары һатып ала һәм 3 купонлы була. Хужаларҙың 0170 купоны уларҙы автомобилле итте лә инде. “Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Һуңлабыраҡ килһәк тә, төп бүләккә өлгөрҙөк. Автомобиль отоуыбыҙға баштан уҡ ышанғайныҡ. Тауар һатып алғанда, машинаны күргәс тә, беҙҙеке буласаҡ тигәйнек. Ҡалаға эш менән килергә тура килде, үтеп барышлай машинаны күрһәтеп, ҡыҙыбыҙҙан, кемдең машинаһы, тип һораныҡ. Һиҙемләүе көслө булған Айсель ҡыҙыбыҙ ҙа беҙҙеке тине. Шулай килеп сыҡты ла, тик ышанырға ғына кәрәк. Төҙөлөш тауарҙарын “СтройКа” гипермаркетынан һатып алырға тырышабыҙ. Ассортимент та бай, урынына тиклем алып барып еткереү мөмкинлеге лә бар. Бындай уйында тәүге тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ, бынан һуң да даими ҡатнашып барырбыҙ инде”, - тиҙәр бәхетле купон тартып сығарыусы Аҙнабаевтар. Улар машиналы купонды тартып сығарыусыға, рәхмәт йөҙөнән, 1 мең һум аҡса тапшырҙы.
Аҙнабаевтар әйтмешләй, ышанырға кәрәктер. Юғиһә, уйында ҡатнашыусылар араһында бер нисә тиҫтә купоны булып та ота алмаусылар булды.
Гипермаркет һатып алыусылары байрамға килеп, уйында ҡатнашып ҡына ҡалманы, “Арлекин” балалар бейеү студияһы ҡыҙ-малайҙарының, кавказ егеттәренең дәртле, ут сәсрәтеп торған бейеүҙәре йыйылыусыларҙың күңеленә хуш килде. Улар һатып алыусылары өсөн байрам ойошторған “СтройКа” гипермаркетына, “Город” реклама агентлығына рәхмәттәрен әйтеп таралышты.
Читайте нас: